Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Октябрь , 13:00

Әүлиә мәсетенән кеше өҙөлмәй

Боронғо мәсет таштарының яҡынса 400 йыллыҡ тарихы бар.

Әүлиә мәсетенән кеше өҙөлмәй
Әүлиә мәсетенән кеше өҙөлмәй

Һәр ауылдың үҙенә генә хас йолалары, тарихы бар. Ҡариҙел районының Яҡуп ауылы тирә-яҡта таш мәсете булыуы менән билдәле. Туймөхәммәт әүлиә төҙөгән был мәсетте күрергә төрлө яҡтарҙан киләләр. 350-400 элек һалынған мәсеттең таштарынан мавзолей һымаҡ иҫтәлекле ҡомартҡы итеп эшләгәндәр. Эргәһенә шулай уҡ таштан яңыһы һалынған. Уға Туймөхәммәт әүлиә исеме бирелгән. Хаҡлы ялдағы башҡорт теле  һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Хәйҙәрова  таш мәсеткә ҡағылышлы  бәйле легенданы һөйләп ишеттерҙе.

–350-400 йыл элек беҙҙең яҡтарға Туймөхәммәт исемле әүлиә килеп сыға. Был урындарҙы оҡшата. Ошо ерҙә ул таштан мәсет төҙөргә ҡарар итә. Эргәлә генә Байҡы йылғаһы аға. Элек ир-егеттәр оҙонораҡ күлдәк кейгән, эшләгән саҡта  алъяпҡыс та япҡан. Әүлиә йылға аша сығып, икенсе ярынан итәгенә һалып мәсет төҙөү өсөн таш ташый. Олоғайһа ла, дүрт мөйөшлө итеп иман йортон төҙөй башлай. Стеналарын яҡынса 1,5 метр бейеклеккә күтәргәс, ул мәрхүм була. Уның ҡәберен мәсет эргәһенә генә ҡаҙыйҙар. Йыназа уҡығанда ауылға Бөрлөгән тауы яғынан яу килеүе тураһында хәбәр килә һәм ауыл кешеләре баҫҡынсыларҙы ҡыуырға китә, ҡәбер күмелеп бөтмәй ҡала. Дошманды ҡыуып ебәреп, ҡабаттан мәсет эргәһенә килһәләр, ҡәбер өҫтөндә йәшел үлән генә үҫеп ултырыуын күрәләр. Әүлиәне күккә ашты, тиҙәр. Уның тураһында Яҡуп халҡы әле лә ҡәҙерле иҫтәлек һаҡлай, – тип һөйләне легенданы Лилиә Мәхмүт ҡыҙы.

Әүлиә төҙөгән боронғо таш мәсет эргәһенә 2010-2013 йылдарҙа яңы мәсет һалалар. Уның имам-хатибы Зиннур хәҙрәт Шамов үҙе лә ошо Яҡуп ауылыныҡы. Дингә ҡыҙыҡһыныуы ла уның бала саҡтан килә.

– Бәләкәй саҡта өләсәйемдән доғалар ятларға өйрәнгәйнем. Ул доғаларҙың барыһы ла күңелгә һеңеп ҡалған. 50 йәштәрҙә намаҙға баҫтым. Хәҙер инде ауылда 30 йыллап имам-хатип булып, Ҡөръән аштарына йөрөйөм, вәғәздәр һөйләйем,– тине Зиннур хәҙрәт. –Әлеге мәсебеҙҙе хәйриә аҡсаһына халыҡ төҙөнө. Мәсеткә халыҡ йөрөй. Йома намаҙҙарын ҡалдырған юҡ. Ғәйет байрамдары ошонда үтә. Мөғәллимә Роза Гәрәева ғәрәп телен уҡытыу буйынса дәрестәр алып бара.

Яҡуп ауылы мәсетен күрергә төрлө тарафтарҙан киләләр. Асҡын, Салауат, Мәсетле райондарынан, хатта Силәбе яҡтарынан килеүселәр бар. Иман йортонда улар күңелдәренә көс алып ҡайтып китә.

–Аллаһ Тәғәлә барыһын да яратҡан: көндө һәм төндө, эҫене һәм һалҡынды. Кешегә ауырлыҡтар һынау өсөн бирелә. Ауырлыҡтар артынан еңеллек килә, – ти Зиннур хәҙрәт.

Әйткәндәй, имам хатип заманында уҡытыусы ла, партком сектретаре лә, колхоз председателе лә булып эшләгән. Дин юлына баҫҡас, Ислам университетын тамамлаған.

 Иман булған ерҙә, тәртип тә бар. Барса халыҡты яҡшылыҡҡа, изгелеккә өндәүсе изге урын ул Яҡуп ауылындағы Туймөхәммәт әүлиә мәсете.

Автор фотолары.

Ҡариҙел районы.

 

 

 

 

 

 

 

Әүлиә мәсетенән кеше өҙөлмәй
Әүлиә мәсетенән кеше өҙөлмәй
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: