Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Октябрь , 07:00

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Бер сынаяҡ сәй ҙә физик һәм аҡыл эшмәкәрлеген күтәрә, арығанлыҡты бөтөрә, майҙарҙың бүленеп сығыу барышын тиҙләтә, матдәләр алмашыныуын яҡшырта.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
Сәй - Ер йөҙөндәге шифалы эсемлектәрҙең береһе, уның ҡараһы ла, йәшеле лә, ҡыҙылы ла файҙалы. Бер сынаяҡ сәй ҙә физик һәм аҡыл эшмәкәрлеген күтәрә, арығанлыҡты бөтөрә, майҙарҙың бүленеп сығыу барышын тиҙләтә, матдәләр алмашыныуын яҡшырта.
Ҡайһы төҫтәге сәй файҙалыраҡ? Сәй ҡаптарындағы яҙыуға күҙ һалһаң, биоактив берләшмәләрҙең ҡыҙылында йәшелендәгенән - биш, ә йәшелендә ҡараһындағыға ҡарағанда 20 тапҡырға күберәк икәнлеген белергә мөмкин. Әммә эш төҫтә түгел, ә сәйҙең ниндәй сортҡа ҡарауында. Хатта ике төрлө йәшел сәйҙең дә файҙалы матдәләре буйынса бер-береһенән ҡырҡа айырылыуы мөмкин.
Ғалимдар фекеренсә, сәйҙәр араһында шифалылығы буйынса “чемпион”ды билдәләү мөмкин түгел. Иң мөһиме - уны әҙерләгәндә эсемлектең файҙалы үҙенсәлектәрен һаҡлау. Сәйҙә барлыҡ витаминдар ҙа бар тиерлек. Белгестәр әйтеүенсә, хатта сәйҙең туҙанында ла витаминдар һаҡлана. Ә калорияһы бойҙай икмәгенә ҡарағанда 25 тапҡырға артыҡ. Әммә сәй дөрөҫ итеп ҡулланғанда ғына файҙалы, юғиһә уның ағыуға ла әйләнеүе ихтимал.
* Сәй бешереү өсөн яңы ғына ағыҙылған һыу кәрәк. Икенсе тапҡыр ҡайнатылған һыуҙа сәй бер ваҡытта ла тәмле бешмәйәсәк.
* Фарфор сәйнүк ҡулланыу отошло. Металл сәйнүктә сәйҙең төҫө китә, ят тәм керә.
* Бешерелгән сәй 4 - 5 сәғәттән һуң бөтә файҙалы матдәләрен юғалта.
* Сәйнүкте ике тапҡыр ҡайнар һыу менән сайҡатырға. Сәй һалып, ҡайнар һыу һалырға, таҫтамал менән ҡаплап, 5-6 минут томаларға.
* Һөтлө сәйгә килгәндә, башта ҡуйы сәй, унан һуң йылы һөт һалалар һәм ҡайнар һыу ағыҙалар.
Автор фотоһы
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: