Рәнйеш һаҡлама күңелеңдә. Рәнйеткән кешегә бер нәмә лә булмаҫ, рәнйеш һаҡлағандың һаулығы ҡаҡшай.
Ҡояш менән бергә тор, бергә ят. Төндә эшләнгән эштең рәте булмаҫ.
Әйтерҙән алда уйла. Һүҙҙең тылсымы бар. Ауыҙҙан сыҡты ла бөттө түгел. Кире әйләнеп ҡайта ул.
Хәрәкәттә — бәрәкәт. Ҡояш ҡарап торғанда йоҡлау йә ятыу файҙаға килтермәҫ.
Көн һайын бәләкәй булһа ла бер яҡшылыҡ эшлә. Яҡшылығыңды кеше күрмәһә лә, Хоҙай күрә.
Тәүҙә — эш, унан — уйын. Тормош уйын, кәйеф-сафа ҡороуҙан ғына тормай.
Аҡыллы күҙәтер, тыңлар, һығымта яһар. Йүләр белмәгәнен ҡысҡырып һөйләр, аҡыл өйрәтер.
Кешенең һәр әйткән һүҙен вәғәҙә тип ҡабул итмә.
Ата-әсәңде рәнйетмә. Улар ғәфү итер, әммә Хоҙай алдында гонаһлы булып ҡалыуың бар.
Аҡса һорағанға кәңәш бирмә, кәңәш һорағанға аҡса бирмә.
Бер көнөңдө йылмайыуға бүлеп ҡара. Үҙең күрерһең: тормошоң йәмләнер.
Ғәйеплеләрҙе эҙләмә. Кем нисек теләй — шулай йәшәй. Кемдер оҡшамай икән — унан йыраҡ йөрө.
Кемдер һине бәхетле итер тип көтмә. Бәхет һинең үҙеңдән башлана.
Фото һәм сығанаҡ: "Зөһрә йондоҙ" төркөмөнән