Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Ноябрь , 15:00

Ә һеҙ малдың эс майын иретәһегеҙме?

Уны ваҡ бәлеш, манты, ҡыҫтыбый, картуф билмәне бешергәндә аҙлап ҡына ҡулланырға кәрәк.

Ә һеҙ малдың эс майын иретәһегеҙме?
Ә һеҙ малдың эс майын иретәһегеҙме?

Тиҙҙән ауылдарҙа һуғым байрамдары башланыр. Уңған хужабикәләр малдың эс-ҡарынынан тултырмалар эшләй, хатта эс майын да иретеп ҡуя. Ләлә Мозафарова малдың эс майын нисек иретеүе хаҡында кәңәштәре менән уртаҡлаша.

"Тултырма, ҡаҙы тултырыу менән бер рәттән, эс майын да эш итеп алыу мөһим. Сөнки ул хәләл, әрәм-шәрәм итеү килешмәй. Самалап тотонһаң, бик отошло. Ваҡ бәлеш, манты, ҡыҫтыбый, картуф билмәне бешергәндә аҙлап ҡына ҡулланыу кәрәк.

Ваҡлап турап, ҡалын ғына кәстрүлдә талғын утта эс майын иретәбеҙ. Дуршлаг аша һөҙөп, иретелгән эс майына күпмелер күләмдә көнбағыш майы, зәйтүн майы йәки ҡош-ҡорттоң иретелгән эс майын ҡушып, тотонорға уңайлы булған формаларҙа туңдырып алабыҙ.

Әсәйем мейестә туң майҙы шулай итеп иретеп алыр ине. Һыҙығын кетерләтеп тәмләп ҡарай инек. Әсәйемдең тәмле аш-һыуы һағындыра. Һәр нимәне еренә еткереп эшләүе, һаҡсыл, ихлас донъя көтөү, аш-һыу төрләүе, ҡунаҡсыллығы күңелем түрендә, бала сағымдың онотолмаҫ наҙлы һағышҡа тулған иҫтәлеге", - тип яҙған ул.

Әйткәндәй, һеҙ малдың эс майын иретәһегеҙме? Үҙегеҙҙең тәжрибәгеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине?

Фото һәм текст сығанағы: Ләлә Мозафарова.

 
Ә һеҙ малдың эс майын иретәһегеҙме?
Ә һеҙ малдың эс майын иретәһегеҙме?
Ә һеҙ малдың эс майын иретәһегеҙме?
Ә һеҙ малдың эс майын иретәһегеҙме?
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: