Атайым менән әсәйем бер йыл самаһы ғына бергә йәшәгән. Әсәйемдең тыумыштан күҙ менән бәйле бер аҙ зәғифлеге булған, халыҡ телендә ҡылыйлыҡ тиҙәр уны. Әммә ул шул тиклем аҡыллы, эшлекле кеше ине. Тәүҙә техникумда, артабан ситтән тороп институтта бухгалтерлыҡҡа уҡый. Йүнәлтмә буйынса Башҡортостандың алыҫ ҡына район үҙәгенә эшкә ебәрелә. Ошонда баш баҫып эшләй. Физик кәмселегенән оялыптыр инде, үҙ мәлендә ғаилә ҡормай.
Бер мәл тикшереү эштәре менән бер ҙур ғына совхоз үҙәгенә ебәрәләр. Ошонда ул атайымды осрата. Миңә ҡараңғы: әсәйем был кешегә ғашиҡ булғанмылыр, әллә йәшем үтеп бара тип, бала табырға теләгәнмелер... Атайым әсәйемде кәләш итеп алыуға байтаҡ ҡаршы булып йөрөй – быныһын әсәйем яҡлап туғандарым һөйләүҙән генә бер аҙ ишетеп беләм. Шулай ҙа туғандар һөйләшеп килешәме, нисек булғандыр, туй кеүек бер нәмә үткәрәләр. Әсәйем декрет ялына тиклем район үҙәгендә эшләп, атайым янына күсеп бара. Шулай итеп, мин тыуғанмын. Әммә уларҙың тормошо һис тә яйланмай, ҡәйнә – миңә өләсәй тейеш кеше лә улының зәғиф ҡыҙҙы кәләш итеп алыуын өнәмәй. Шулай итеп, миңә туғыҙ ай самаһы булғанда әсәйем кире район үҙәгенә күсенә. Унан инде был төбәктә ҡалмаҫ өсөн Өфөгә сығып китә.
Мин Өфөлә үҫтем. Эшһөйәр, тырыш әсәйемә эше лә табыла, бер нисә йылдан фатир ҙа бирәләр. Атайым тураһында артыҡ һөйләргә яратманы. Шулай ҙа Башҡортостандың бер районында атай тигән кешенең йәшәүен белә инем.
Мин институттың 3-сө курсында уҡығанда әсәйем юл фажиғәһенә тарып, мәрхүмә булды. Шулай итеп, был донъяла япа-яңғыҙ тороп ҡалдым. Улай тип әйтеү дөрөҫ тә түгелдер, сөнки был мәлгә ныҡлы дуҫлашып йөрөгән егетем бар ине, беҙ уның менән ғаилә ҡороу тураһында ла уйлай башлаған инек.
Әсәйемде юғалтыу ҡайғыһынан бер аҙ ғына булһа ла арынғас, егетем мине ата-әсәһе менән таныштырҙы. Улар яғында гөрләтеп туй үткәрҙек. Минең яҡтан бер нисә әхирәтем һәм әсәйемдең ике туған һеңлеһе, ҡустыһы ғаиләләре менән булды. Ирем бик нәҫелле, туғандары менән ныҡлы аралашып йәшәгән ғаиләнән. Уның туғандарын үҙемдекеләй күреп, йәшәп алып киттек.
Тормош юлдашым ипле, изге күңелле кеше. Өс балабыҙ бар. Әсәйемдән ҡалған фатирҙы күптән һатып, яңы йорттан иркен, ҙур фатир алдыҡ, ҡала ситендә йорт төҙөнөк, икебеҙгә – ике машина. Балаларым матур тәрбиә алып үҫә. Барыһы ла бар, етә кеүек, әммә ҡайһы берҙә иремдеке ише туғандарым булмауына эсем бошоп ала. Их, үҙ туғандарым менән дә аралашып йәшәргә ине, атайым яҡлап бер туғандарым барҙыр бит, тип уйлана инем.
Шулай уйланып йөрөй торғас, атайымды табырға ҡарар иттем. Районын, ауылын беләм. Бер көнө, ирем ата-әсәһе янына ҡайтҡан мәлдә, машина менән сыҡтым да киттем. Барып таптым теге ауылды һәм атай йәшәгән өйҙө. Урамда бер ир нимәлер эшләп йөрөй ине. Шунда уҡ таныным, мин, баҡтиһәң, ныҡ уға оҡшағанмын икән.
- Һаумыһығыҙ!
- Һаубыҙ.
- Мин Гөлнара булам.
- ...
- Сажидәнең ҡыҙы.
Атай кеше миңә бер аҙ текләп ҡарап торҙо ла: “Минән һиңә нимә кәрәк?” – тип һораны. Был һорауҙан, унан бигерәк уның тонынан, тауышындағы һалҡынлыҡтан ҡойолоп төштөм. “Ғәфү итегеҙ... Миңә бер нәмә лә кәрәкмәй, былай ғына...” – тауышым әллә сыҡты, әллә юҡ.
- Былай ғына... – тип ҡабатланы ҡаршымда торған ир. – Бер нәмә лә кәрәкмәгәс, лучше килеп йөрөмә...
Машинама нисек ултырып, был ауылдан сығып киткәнемде иҫләп тә етмәйем. Оло юлға сығыр алдынан кәртәләп алынған шишмә буйында туҡтап, әле генә булған ваҡиғаларҙы яңынан иҫләп, кисереп, илап ебәрҙем. Туйғансы илағас, шишмә буйына төшөп, бит-ҡулымды йыуҙым да, башҡаса был ауылға бер ҡасан да аяҡ баҫмаясаҡмын тип үҙемә һүҙ биреп, ҡайтыр юлға сыҡтым...
Күңелдә бер көйөк булып ҡалды был сәфәр...
Гөлнара исемле ҡатындың яҙмаһы.
Фото: ru.pinterest.com