

АҘАҒЫ.
Башы ошо һылтанма буйынса: https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2025-04-24/aytyr-yuldary-a-arap-bul-an-h-l-4211996
Яңы урынға, ире Рәсихкә, уның туғандарына өйрәнә алмай йонсоно Сәлимә. Өҫтәүенә ире үтә көнсөл, ҡыҙыу кеше булып сыҡты. Шулай ҙа: “Уҡыуымды ташламаясаҡмын”, тигән талап ҡуйырға көс тап тапты йәш ҡатын. Ҡышҡы сессияһын матур ғына тапшырып ҡайтты, ире лә артыҡ һүҙ ҡуйыртманы, ә бына йәйгә табан уҡырға юлланырға йыйынғас, ҡырҡ һүҙгә етте, ҡыҙыу эш ваҡытында донъяһын ташлап, етмәһә, ауырлы килеш Өфөгә йыйыныуын яратманы. Шулай ҙа, мең бәлә менән булһа ла, беренсе курсты тамамлап ҡайтты Сәлимә.
Октябрҙә улы тыуҙы. Ҡайны-ҡәйнәһенең иҫке өйөн йүнәтеп, башҡа сыҡтылар. Ата-әсәһе алдында әллә ни ҡаңғыра алмаған Рәсих, башҡаланғас, айырыуса ҡаты ҡыланды, ҡатынының уны яратмауын, өйрәнә алмауын һиҙә ине, шуға күрә бөтә асыуын Сәлимәнең үҙенә төшөрҙө. Эскән сағында ҡул күтәрергә лә күп һораманы. Бына шулай йәшәнеләр. Бер нисә тапҡыр улын күтәреп, атай-әсәйе янына ҡайтырға тип тә уҡталды йәш ҡатын, әммә уларҙы ҡайғы-хәсрәткә батырғыһы килмәне. Был ауылды ла, яҙмышын селпәрәмә килтергән ире Рәсихте лә күрә алмаҫлыҡ хәлгә етеп, илаған саҡтары аҙ булманы, шулай ҙа, тешен ҡыҫып, түҙергә тырышты. Әммә һәр нимәнең сиге була тигәндәй, уның сабырлығын һындырған, был шөкәтһеҙ төйәк менән бәйләп торған берҙән-бер өмөт-ышанысты емергән ҡот осҡос ваҡиға булды.
Ире ғәҙәттәгесә ферманан эсеп ҡайтып инде лә ишектән үк Сәлимәгә аҡырырға, ашарға таптырырға тотондо. Бала имеҙеп ултырған ҡатын улын йәһәт кенә урындыҡҡа һалып, тороп китмәксе булды. Ишек төбөндә сисенеп торған ир: “Нимешләп мыштырлайһың?! Йәһәтерәк бул!” тип ҡулындағы һыңар итеген ҡатынына елгәрҙе. Ауыр кирза итек Сәлимәгә теймәй, урындыҡта ятҡан сабыйҙың башына килеп төштө. Бала шарылдап иларға тотондо, башы күбеп сыҡты. Был хәлдән шаңҡып ҡалған бисара ҡатын, сабыйын эләктереп, өйҙән сығып йүгерҙе. Ниндәй ҡот осҡос эш ҡылыуын аңлаған Рәсих тә ҡапыл айнып киткәндәй булды...
Ауыл фельдшеры йәһәтләп машина йүнләп, быларҙы район дауаханаһына ебәрҙе, әммә сабыйҙы ҡотҡара алманылар. Шулай итеп, Сәлимә менән Рәсих ете айлыҡ ҡына улдарын юғалтты. Был хәлдән һуң ирҙән һорау алып, район үҙәгенә алып китеп, бикләп ҡуйҙылар. Сабыйын юғалтыу ҡайғыһынан иҫһеҙ кеше кеүек йөрөгән һылыуын бер туған апаһы Өфөгә алып ҡайтып китте. “Туғаным, был ҡайғыны эш менән генә баҫып була” тип, үҙе янына фабрикаға эшкә төшөрҙө, ә көҙгә табан Сәлимә, уҡыуын яңынан тергеҙеп, ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсте.
Әлбиттә, уның тормошондағы был хәлдәр Мансурға ла барып етмәй ҡалманы. Әрменән ҡайтып, техникумда уҡыуын дауам иткән егет, Өфөгә килеп, Сәлимәне эҙләп тапты. Мансурҙы күргәс, нисектер үтә яҡын, ҡәҙерле кешеһен осратҡандай булды ул. Егет менән киноға барыу, паркта һөйләшеп йөрөү ҡайғыһынан арындырғандай булды. Мансур Өфөгә йыш килде, Сәлимә лә уны һағыныуын, үҙ итеүен аңланы. Шуға күрә бер йылдан, егет уҡып бөтөп диплом алыуға, уның тәҡдимен ҡабул итеп, Мансурға кейәүгә сыҡты.
Йәш ғаилә үҙҙәре белем алған күрше ауылда төпләнергә ҡарар итте, сөнки икеһенә лә мәктәптә эш тәҡдим иттеләр. Тормоштары ыңғай ғына барҙы: ҙур итеп йорт һалдылар, ҡыҙҙары, унан улдары тыуҙы. Әммә был юлы лы бәхетһеҙлек һағалап торған икән Сәлимәне, дөрөҫөрәге “йәшел йылан” боҙҙо матур ғаиләнең тормошон. Мансур эсергә әүәҫләнеп алды, шул арҡала уҡытыусылыҡ эшенән ҡыуылды. Себер яҡтарына барып эшләү тағы ла нығыраҡ боҙҙо ирҙе. Улы өйләнеп, ҡыҙы кейәүгә сығып, икеһе лә ҡалала төпләнде. Эскенән айнымаған Мансур әйләнгән һайын Сәлимәнең үткән тормошондағы хәлдәрҙе иҫкә төшөрөп, уны тоғро булмауҙа, әрменән көтөп ала алмауҙа ғәйепләне.
Эскән иренән, уның әр-битәренән ялҡҡан Сәлимә апай бер көн килеп, барыһын да күтәрә һуғып, Мәскәүгә эшкә сығып китте. Япа-яңғыҙ Мансурға донъя ауҡан ҡалды, дуҫ-иштәрен – үҙе кеүек эсергә яратҡан ирҙәрҙе йыйып табын ойошторҙо. Ҡасандыр тәҙрә төбө һайын күкрәп гөлдәр сәскә атҡан йәмле йорт шөкәтһеҙ, ҡотһоҙ урынға әйләнде. Мансур кеше алдында һыр бирмәҫкә, ҡатынын үҙе ҡыуып ебәреүен әйтеп, маҡтанырға яратты. Әммә эсеп алған һайын бер йырҙы һуҙҙы: “Ҡайтыр юлдарыңа һибер өсөн ҡулым менән йондоҙ тирермен...”
Нәсих Хәлисов фотоэтюды.