Йәмғиәт
12 Май , 16:45

Тәүге мөхәббәтен кире ҡайтарып алғайны... (АҘАҒЫ)

Дауахана палатаһына килеп ингән ҡатынын күреп, Мансурҙың аптырауы йөҙөнә сыҡты. Күҙенә күренә тип уйланы шикелле. Унан йөҙөн ситкә борҙо. Ирҙең ике ҡулы ла, аяҡтары ла бинт менән уралған, үҙе хәрәкәтһеҙ ята ине. Һүҙҙәре артыҡ берекмәне, шулай ҙа сығыр алдынан ҡатынының: “Ярай, мин ҡайтайым, өйҙә эш күп”, тигәнен ишеткәс... 

Тәүге мөхәббәтен кире ҡайтарып алғайны...  (АҘАҒЫ)Тәүге мөхәббәтен кире ҡайтарып алғайны...  (АҘАҒЫ)
Тәүге мөхәббәтен кире ҡайтарып алғайны... (АҘАҒЫ)

Булған хәл. Аҙағы.

Башы:  https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2026-05-11/t-ge-m-h-bb-ten-kire-aytaryp-al-ayny-4682662

***

Яңы тормош башлау Сәлимәгә еңел булманы. Ауыл мәктәбендә уҡытҡан, өҫтәүенә оялсаныраҡ холоҡло ҡатын ҙур ҡала мәктәбенә эшкә барырға йөрьәт итмәне. Контора-маҙарҙа, заманса итеп әйткәндә, офиста башҡарған эштәрҙе байҡап ҡараны, әммә уларының талаптары уҡытыусы һөнәренә ҡарағанда ла нығыраҡ булып сыҡты. Йәше 60-ҡа яҡынлаған ҡатын-ҡыҙға ундай эште бер кем дә тоттороп ҡуймай икән ул. Башта метрола, аҙаҡ таҙараҡ та, аҡсалыраҡ та тип аэропортта йыйыштырыусы булып эшләне. Ауыр эш үҙенекен итә, әлбиттә. Һигеҙ кеше йәшәгән өс бүлмәле фатирға саҡ ҡайтып йығылған саҡтары ла йыш була ине. Бүлмәләштәре лә илдең төрлө мөйөштәренән йыйылған ҡатын-ҡыҙҙар. Һәр кемдең – үҙ яҙмышы, үҙ тарихы. Берәүһе лә был тормошто рәхәтлектән һайламаған: кемеһелер кредит һаҙлығына батҡан, икенсе берәүһе тамуҡ хәлендәге тормошонан ҡасып киткән. Улар менән сағыштырғанда Сәлимә үҙенең яҡшыраҡ хәлдә булыуын аңланы. Ни тиһәң дә, Мансур менән төҙөгән ҙур йорто бар ине. Ире эсһә лә, бер ваҡытта ла ҡул күтәрмәне. Әр-битәренә һәм эскелегенә түҙергә кәрәк булғанмы икән, тип икеләнгән саҡтары ла булды...

Шулай әкренләп йыл артынан йыл үтте. Отпускыһын балалары янында үткәрергә, улы менән ҡыҙына ҡунаҡҡа барып, ейән-ейәнсәрҙәре янында булырға тырышты. Балалары ауылға – аталары янына йылына бер булһа ла ҡайтып йөрөнө. Тыуып үҫкән ауылдары тарта шул уларҙы. Сәлимәнең үҙенең дә тыуған төйәген, йәшәгән йортон һағынып бошонған, уйланған саҡтары аҙ булманы. Айырыуса балаларының атай йортона ҡайтып та, унда бер көн дә йоҡлап китә алмауына эсе бошто. Улы ла, ҡыҙы ла ғаиләләре менән йә берәй туғандарында туҡталды, йә район үҙәгендә ике-өс көнгә ҡуртымға фатир алып, юл ыңғай ғына атайҙарына һуғылып, хәл белешеп килер ине, сөнки атай йортонда бәләкәй балалар менән туҡталып, ҡунып ятыр мөмкинлек тә, үңайлылыҡ та юҡ ине.

“Их, тыуған йортона ялға ҡайтҡан балаларымды үҙем шунда ҡаршы алып, тәмле ризыҡтар менән һыйлап, ҡунаҡ итеп йәшәргә ине ул. Таҙа ғына йомшаҡ түшәктәрҙә йоҡлатыр инем. Туған – туған инде, әсәй-атай түгел. Әллә ҡайтырға ла китергәме икән?” - тип уйланды Сәлимә. Әммә иҫерек Мансурҙың үсәп тантана итәсәген күҙ алдына килтереп, был уйынан кире ҡайтты. Ҡул күтәрмәһә лә, теле әсе шул уның.

Бер көнө иртәнсәк эшкә китергә йөрөгәнендә улы шылтыратты.

– Әсәй, мин ауылда. Атай реанимацияла, - тине ул.

Баҡтиһәң, Мансур сираттағы эскелек табынынан һуң әллә ҡунаҡтарын оҙатып сығып, әллә берәйһенә барам тип, ҡапҡаһы янында туңып ятҡан икән. Март аҙағы булып, көндөҙ йылытып, иретеп торһа ла, төндәр һыуыҡ ине әле. Ярай, күршелә йәшәгән Зиннур бабай күреп ҡалып, кеше саҡырған. Мансурҙың ике ҡулының да бармаҡтарын ҡырҡҡандар икән. Аяғы ла зыян күргән, табиптар ҡотҡарырға тырышасаҡбыҙ тигән.

Ошоларҙы һөйләгәндән һуң улы: “Әсәй, әллә ҡайтаһыңмы? Ни тиһәң дә, атай бит...” - тип көрһөнөп өндәште.

Оҙаҡ уйланды Сәлимә. Барлыҡ эс серҙәре һыйған яҡташы, бүлмәләше Миңсара менән кәңәшләште. Аҡыллы ла, үткер ҙә холоҡло ҡатын: “Ҡайт, әлбиттә. Һинең бит үҙ ҡулдарың менән төҙөгән йортоң бар. Олоғайған көнөңдә үҙ өйөңдә йәшәү бәхет инде ул. Ни тиклем һәйбәт булмаһын, балалар янына һыйыу икеле. Уларҙың бит үҙ тормошо, үҙҙәренсә йәшәгеләре килә. Бына мин йәшәр урыным булһа, бер көн дә ситтә йөрөмәҫ инем”, - тине Миңсара. Уның ире эскән килеш йортон үртәп, үҙе янып үлгән, ҡатынын бер нәмәһеҙ ҡалдырған. Әле бисара ҡатын йорт һатып алыу өсөн тинләп тигәндәй аҡса йыя, көн-төн тигәндәй эшләй.

Миңсараның һүҙҙәре тәьҫир иттеме, әллә балаларының үтенесеме – Сәлимә оҙаҡ йылдар ҡайтмаған тыуған төйәгенә юлланды. Уны шыҡһыҙ, һыуыҡ йорт ҡаршы алды. Тәҙрә аша күреп ҡалып, Зиннур бабайҙың әбейе – Зөләйха инәй йүгереп килеп сыҡты.

– Э-ээй, киленкәйем ҡайтып килә бит. Әйҙә үҙебеҙгә ин. Йортоңдо рәтләп алғансы, беҙҙә торорһоң, - тип ай-вайына ҡуймай үҙҙәренә әйҙүкләне.

Ауылда уның ҡайтырын ишеткән булғандарҙыр, артыҡ төпсөнөп һорашыусы булманы. Элек бергә аралашып, саҡырышып йәшәгән ғаилә дуҫтары, күршеләре бер төптән ярҙам тәҡдим итте. Бер аҙна тигәндә йортона йәм инде, ихата тирәһе лә ҡәҙимге төҙөкләнде. Үҙе лә арыу ғына аҡса менән ҡайтҡайны, кәрәк-яраҡ һатып алды күрше-тирәһе ҡул ярҙамы күрһәтте.

Ҡайтыуының икенсе көнөнә дауаханаға, Мансур янына, барҙы. Бик үк аяғы тартмаһа ла, Зөләйха әбей күндерҙе. “Уй, балам, бар инде. Тәүәккәлләп ҡайтып ингәнһең икән, бер-берегеҙгә элекке үпкәләрегеҙҙе онотоғоҙ. Мансур насар кеше түгел бит ул, күңеле матур уның, тик шул эскелек кенә харап итте”, - тип өгөтләне.

Дауахана палатаһына килеп ингән ҡатынын күреп, Мансурҙың аптырауы йөҙөнә сыҡты. Күҙенә күренә тип уйланы шикелле. Унан йөҙөн ситкә борҙо. Ике ҡулы ла, аяҡтары ла бинт менән уралған, үҙе хәрәкәтһеҙ ята ине. Һүҙҙәре артыҡ берекмәне, шулай ҙа сығыр алдынан ҡатынының: “Ярай, мин ҡайтайым, өйҙә эш күп”, тигәнен ишеткәс, ҡарашына йылылыҡ йүгергәндәй булды.

...Дауахананан сыҡҡан Мансур, ошоға тиклем үҙе йәшәгән өйҙө күреп, хайран ҡалды. Сәлимә донъяны танымаҫлыҡ итеп таҙалаған, хәленән килгәнсә матурлаған ине. Ике ҡулының да бармаҡтарын юғалтҡан, әлегә үҙ аяҡтарында атлай алмаған ир ныҡ төшөнкөлөккә бирелгән ине, шулай ҙа яйлап ҡатынының тәрбиәһе менән хәл инде, тормошҡа ҡыҙыҡһыныуы барлыҡҡа килде. Балалары ла ярҙам итергә тырышып ҡына торҙо.

...Хәҙерге көндә Сәлимә апай менән Мансур ағай һәүетемсә генә донъя көтә. Электән үк бөтмөр, ҡул эшенә оҫта ир тупыс ҡына бармаҡтары менән йорт-ҡуралағы ул-был эштәрҙе башҡарырға өйрәнеп, таһылланып алды. Өшөгән аяҡтары һыҙлап йонсотһа ла, атлап китә алыуына ҡыуанды. Араҡынан тулыһынса баш тартып, айыҡ тормошта йәшәй ул. Тик йәшел йылан арҡаһында күпме ғүмерен заяға үткәреүен, һаулығын юғалтыуын, алтын кеүек ҡатынының ҡәҙерен белмәүен уйлап эсе бошҡан саҡтары йыш була. Үкенестәр үҙәген өтөп-өтөп ала...

 Нәсих Хәлисов фотоэтюды.

 

 

 

 

 

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас