Йәмғиәт
15 Августа , 06:00

Яҡут күленә арнап тағы шиғыр сығарғандар

“Осоп” ҡайтып инәм унда барһам, Тәндә иҫ китмәле еңеллек. Яҙып ҡына аңлатып бөтөп булмай, Бер мөғжизә инде, сихри көс! - тип яҙҙы Хәтимә апай Имелбаева был юлы. Уның тәүге шиғырын уҡығас, күптәр  “Был күл ҡайҙа урынлашҡан? Өфөнән нисә саҡрым? Батҡаҡтан һуң йыуынырға душ бармы? Ҡайҙа йәшәргә мөмкин?” тигән һорауҙар юлланы. Ошо һорауҙарға яуап бирәбеҙ. 

Яҡут күленә арнап тағы шиғыр сығарғандарЯҡут күленә арнап тағы шиғыр сығарғандар
Яҡут күленә арнап тағы шиғыр сығарғандар

Көйөргәҙе районында урынлашҡан Яҡут күле, уның шифалы батҡағы тураһында яҙма һәм унда ял итеп ҡайтҡан Хәтимә Имелбаеваның шиғыры менән уртаҡлашҡас, бик күптәр комментиарийҙа һорауҙар ҡалдырҙы. (Тәүге яҙмаға һылтанма: https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2026-08-10/ya-ut-k-le-erg-l-gen-4777450)

Күптәр “Был күл ҡайҙа урынлашҡан? Өфөнән нисә саҡрым? Батҡаҡтан һуң йыуынырға душ бармы? Ҡайҙа йәшәргә мөмкин?” тигән һорауҙар бирҙе.

Шифалы күл Өфөнән 380 самаһы алыҫлыҡта Көйөргәҙе районының Яҡут ауылы янында урынлашҡан. Күлдең батҡағын ҡабул иткәндән һуң душта йуыныу мөмкинлеге бар, әммә йылы һыу үткәрелмәгән, йәғни ҡояшта йылынған һыуҙа йыуынырға тура киләсәк. Күптәр йылы көндәрҙә барып, палаткала ҡуныуға өҫтөнлөк бирә. Шулай уҡ эргәләге Яҡут ауылында ҡуртымға йәшәү урыны табырға мөмкин.

Ә инде Яҡут күленең шифаһына арнап шиғыр ижад иткән Хәтимә Имелбаева беҙгә тағы бер шиғырын юлланы.

Тағы сыҡтыҡ әле таныш юлға,

Тәнгә дауа алып ҡайтырға.

Көҙгә тиклем һанаулы көн ҡалды,

Ярҙамы етерлек булһын бер йылға!

Барып күрмәгәндәр Яҡут күлен

Уның тылсымына ышанмаҫ.

Бөтә һыҙлағанды һыпырып ала,

Барып шәбәйгәндәр шикләнмәҫ.

“Осоп” ҡайтып инәм унда барһам,

Тәндә иҫ китмәле еңеллек.

Яҙып ҡына аңлатып бөтөп булмай,

Бер мөғжизә инде, сихри көс!

Тыуған еребеҙҙең байлыҡтары

Бик күп төрлө – яҙып бөткөһөҙ.

Мең-мең шөкөр итеп барыһына,

Һаҡлап ҡына тотонайыҡ беҙ!

 

Хәтимә Имелбаева фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас