– Һорап тораһың тағы, Фәтихә апайҙан инде. Вәт, уныҡы көмөшкә тәк көмөшкә!
Ауылыбыҙҙа тиҫтәләгән кеше көмөшкә менән кәсеп итһә лә, халыҡ айырыуса бирге оста йәшәүсе Фәтихә апайҙыҡын юғары баһалай. “Был тиклем дә оҫта кеше булыр икән!”, – тип үҙен дә, көмөшкәһен дә маҡтай-маҡтай эсәләр уныҡын.
Ул көндө баштары ҡутарылып килгән Самат менән Морат Фәтихә апайҙың йортона килә. Әммә йүнсел ҡатын ҡайҙалыр йомош менән киткән икән.
–Может үҙең генә биреп ебәрерһең, – тип мөлдөрәп ҡарай улар ун-ун ике йәштәрҙәге ҡыҙыҡайға. – Һин бит хәҙер ҙур үҫкәнһең, әсәйеңдең самагоны ҡайҙа икәнлеген беләһеңдер, – тип күңелен дә күтәреп ебәрмәксе булалар.
–Беләм, беләм! –Ҡыҙыҡай йүгереп барып шкафтан бер яртыны ала.
–Бына ул! Ағайҙар, ә бына быныһын күпме һалырға белмәйем, үҙегеҙ самалап ҡушырһығыҙ әле, – тип ҡағыҙ менән бәләкәс кенә төргәк һона.
Егеттәр, ҡалай башлы ҡыҙыҡай, закускаһын да һала белеүен әйт әле, тип баш йүнәтергә ултыра. Инде рюмканы кәгеп төргәккә үрелгән Самат ҡулына тауыҡ тиҙәген эләктереп ала.