Башҡортостан
+12 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
13 Ғинуар 2020, 15:30

"Ҡыш бабайҙың башлығы" салаты

Бөгөн һеҙгә Иҫке Яңы йылға салат тәҡдим итәбеҙ.

Бөгөн һеҙгә Иҫке Яңы йылға салат тәҡдим итәбеҙ.
Уның өсөн беҙгә 450 грамм бешкән колбаса, 200 грамм консерваланған борсаҡ, 150 грамм маринадланған ҡыяр, 200 грамм картуф, 300 грамм кишер, 70 грамм ялпаҡ һуған, алты йомортҡа, 200 грамм майонез, тоҙ, борос, бүҙәнә йомортҡаһы кәрәк.
Тәүҙә бешкән картуф менән кишерҙең яртыһын шаҡмаҡлап турап һауытҡа һалабыҙ. Колбасаны ла киҫеп, йәшелсәләргә ҡушабыҙ. Шунан һуғандың һабағын әрсеп, түңәрәкләп турап салатҡа өҫтәйбеҙ. Йомортҡаны бешереп, һарыһын айырып, ваҡ ҡырғыс аша үткәреп салат һауытына оҙатабыҙ. Артабан маринадланған ҡыярҙы ваҡлап турайбыҙ. Уға йәшел борсаҡты ҡушып, тоҙлап, борослап, майонез һалып, бөтәһен бергә болғатабыҙ.
Әҙер салатты түңәрәк һауытҡа тығыҙлап тултырабыҙ. Кире салат һауытына бушатабыҙ. Ул Ҡыш бабайҙың түңәрәк башлығы формаһында булырға тейеш. Кишерҙе ваҡ ҡырғыс аша үткәреп, салаттың өҫтөн ҡаплайбыҙ. Бүҙәнә йомортҡаларын бешереп, ағын ваҡ ҡырғыс аша үткәреп, башлыҡтың элгәһенә бейек итеп йәйеп һалабыҙ. Бер бөтөн йомортҡаны салаттың уртаһына ҡуябыҙ. Эргәһенә ваҡлап туралған һуған өҫтәйбеҙ. Майонезды уратып һыҙат формаһында тамыҙабыҙ.
Әҙер салатты бер аҙға һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас в