Гөлсәсәк тигән танышымдың тормош хәтирәләрен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итмәксемен. Кис буйы бала саҡтағы төрлө ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныс та ваҡиғаларҙы, тормош һынауҙарын күҙ алдынан үткәреп, оҙаҡ ҡына һөйләшеп, серләшеп ултырҙыҡ. Бәлки, танышымдың яҙмышы кемделер уйландырыр, кемгәлер – фәһем, кемгәлер көс бирер...
...Бала саҡ кешенең иң бәхетле мәле булырға тейеш. Ә мин уйлана башлаһам, күҙҙәремә йәш тула. Биш йәш сағымдағы тормошом күҙ алдыма баҫа. Әсәйем йыуаш, баҫалҡы ғына ине, ә атайым тап киреһе: уҫал, үҙ һүҙле, бөтәһе лә уныңса булһын. “Бер йыуашҡа – бер уҫал” тигән халыҡ әйтеме лә бар бит. Ауылыбыҙҙа эскелек көслө булды. Берәүҙәр көмөшкә, “самопал” һатып аҡса эшләне, башҡаларҙың ғаиләһе тураһында уйлап та ҡараманы. Ә бит гонаһ аша килгән аҡсаның балаларҙың ауыҙынан тартып алынғанын да беләләр. Тик “кеше ҡайғыһы төштән һуң” шул. Минең атайым да эшләп тапҡан аҡсаһын эскегә түгә башланы. Кис булһа, ҡотобоҙ осоп, бөгөн нимә ҡыланыр икән тип көтәбеҙ. Меҫкен әсәйем ауыҙ асып һүҙ ҙә әйтә алмай. Айнығып китһә, ашарға таптыра. Әсәкәйем йүгерә-йүгерә ашарға килтерә. Ҡустым тыуғас та хәл үҙгәрмәне, эскелек һаҙлығы атайҙы нығыраҡ тартты. Күрше-тирә беҙҙең хәлде яҡшы белә ине, ләкин уҫал атайҙан ҡурҡыу көслө булды. Әсәйем бөтә ауырлыҡты эсенә һыйҙырҙы, кешегә хәбәр ташыманы. Мал-тыуарҙы үҙе ҡараны, бөтә көсөн беҙгә бирҙе. Атайҙың иҫереп ҡайтып бола ҡуптарыуын, йүгереп барып әсәйҙең артына йәшеренеүҙәрҙе иҫкә алһам, үкһеп-үкһеп илайым. Иң ҡыйыны ҡышҡыһын ине, йәйгеһен йоҡларға урын табыуы ҡыйын түгел. Ә иртән хырлап йоҡлаған атайҙы уятып тормай, әсәй һыйырҙы көтөүгә ҡыуа, шым ғына беҙҙең тамаҡты туйҙыра. Атай менән бергә йәшәгән минуттарҙың бер генә яҡты иҫтәлеге лә ҡалмаған, ул осорҙо иҫкә төшөргө лә килмәй, ләкин улар баштан сыҡмай аптырата. Телевизорҙа беҙҙең яҙмышҡа оҡшаған тапшырыуҙар башланһа, ҡотом осоп, тиҙ генә һүндерә һалам. Бына шулай тамуҡ утында йәшәнек. Әсәйҙең бер туған һеңлеһе беҙгә килергә ҡурҡа ине. “Ниңә шулай бәхетһеҙ булғанһың икән, апаҡайым”, – тип ғүмер буйы уны йәлләне, ләкин күрәһеләребеҙ алда булған икән әле. Әсәйебеҙ ошо этлектәрҙән, ҡайғынан ауырыуға һабышты, хәле көндән-көн ауырлашты.
Атайҙа әсәй ҡайғыһы булманы. Ул икенсе ҡатынға сығып китте. “Ауырыу бисә ҡарап ултырмам инде, теттереп йәшәр сағым”, – тине. “Ҡуйығыҙ, балаҡайҙарым, ҡайғырмағыҙ, шәбәйермен, һеҙ ҙә үҫеп ҙурайырһығыҙ, иң яҡын ярҙамсыларым булырһығыҙ”, – тип беҙҙе йыуатып, ҡыҫып ҡосаҡлағаны иҫтә әсәйҙең. Табиптарға күренгәс, яман шеш диагнозы ҡуйып, “һуңлағанһығыҙ” тинеләр. Һуңғы минуттарында әсәйҙең һеңлеһе беҙгә күсеп килде. Өс ай ҙа үтмәне, һөйөклөбөҙ яҡты донъянан китте. Күҙ йәштәренә түгелеп, иң ҡәҙерле кешебеҙҙе һуңғы юлға оҙаттыҡ. – Эскән ир менән донъя көтөп ғүмер уҙғарғансы, бөтә тормошомдо һеҙгә арнағаным яҡшыраҡ булыр, – тип апайыбыҙ, бөтә күңелен һалып, беҙҙе уҡытты, етем итмәне. Атайҙы күрһәк, урап үтергә тырыштыҡ. Хәйер, эскән кешелә бала ҡайғыһы булмайҙыр ҙа. Йыл артынан йыл үтте. Мин мәктәпте тамамлап, БДУ-ның журналистика факультеты студенты булыу бәхетенә өлгәштем. Апайымдың һөйөнөстән күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары балҡыны. Үҙем өсөн дә иң бәхетле минуттар ине ул. Әсәйемдең ҡәбере эргәһенә барып, шатлығыбыҙ менән уртаҡлаштыҡ. Шул көндә ҡәҙерлебеҙҙе төшөмдә күрҙем – ап-аҡ балаҫ йәйә икән. Тимәк, миңә бәхет юлын юрай әсәкәйем: “Ҡыҙым, һин бәхетле булырға тейешһең. Мин һеҙгә тормош шатлыҡтарын бирә алманым. Юлығыҙҙа изге кешеләр юлдаш булһын, балаҡайҙарым. Эскесе бәндә менән ғүмеремде уҙғарыуыма бик үкенәм. Тик һуң инде. Бары һин яңылышма!”
Тормошомдоң яңы осоро башланды. Мин – вуз студенты. Ошо уҡыу йортонда үҙемә оҡшаған егетте осраттым. Әсәйемдең “яңылышма, ҡыҙым!” тигән һүҙҙәре ҡолағымда яңғырап торҙо. V курсты тамамлап, ҡулыма диплом алдым. Егетем өйләнергә тәҡдим яһағас, ауылға ҡайтып, беҙҙе тәрбиәләгән апайымдың фатихаһын алдыҡ. Никах уҡытып, туй үткәрҙек. Ғаиләбеҙгә бәхет өҫтәп, ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Тормош иптәшем Рөстәм: “Бөтәһен дә онот, ул бит һинең атайың, әйҙә саҡырайыҡ исем туйына”, – тигәс, риза булдым. “Ҡыҙым, мин һеҙҙең алдығыҙҙа ныҡ ғәйеплемен, шатлығығыҙҙы уртаҡлашырға хаҡым юҡ, бөтәһенә лә эскелегем ғәйепле”, – тип, оялышынан килмәне ул. Хәләл ефетем булдыҡлы егет булып сыҡты, тормошобоҙ алға барҙы. Икенсе балаға ауырға ҡалдым. Тик табиптар, балағыҙҙың башында яман шеш бар, кисекмәҫтән аборт яһарға кәрәк, тине. Мең рәхмәт иремдең туғандарына, Рөстәмемә. Иң ауыр минуттарҙа биргән яҡшы кәңәштәренә. Мәскәү ҡалаһында сабыйҙы табып, яман шешкә операция яһатып, баланың ғүмерен һаҡлап алып ҡалдыҡ. Атайым менән Рөстәмемде сағыштырам да уйға ҡалам. Атайыбыҙ һап-һау балаларын ҡараманы, ә йәмәғәтем ауырлыҡтар аша үҙ балаһын үлемдән йолоп алды.
Әсәйем һаман төшкә инә. “Ҡыҙым, бөртөкләп йыйылған бәхетеңде һаҡла, үҙ балаһы кеүек һине ҡабул иткән ҡайны-ҡәйнәңә, туғандарыңа, иң мөһиме, һине яратҡан, күҙ ҡараһы кеүек һаҡлаған тормош иптәшеңә тоғро бул, йылы һүҙҙәреңде йәлләмә”, – ти ул. Ғүмер көн дә алға тәгәрәй. Ғаиләлә өсөнсө ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Апайыбыҙ баҡыйлыҡҡа күсте. Аҡыл, иман, тәрбиәнең донъяла иң кәрәкле, иң мөһим ғәмәл икәнен аңланыҡ. Исем туйҙары, тыуған көндәр билдәләгәндә, өҫтәлебеҙгә спиртлы эсемлектәр ҡуйылмай, тик ҡымыҙ ғына ултыртабыҙ. Үҙемдең бала сағымды уйлаһам, йөрәгем әрней. Донъя бит мәңгелек түгел. Бүләк кенә итеп бирелгән ғүмерҙе татыулыҡта, балаларҙың шатлыҡтарын уртаҡлашып, тормош юлдарында ныҡлы терәк булып үткәрһәк ине. Бөтәһе лә үҙебеҙҙән тора. Һәр кем үҙ бәхетенә үҙе хужа.
Вараҡа ҒӘЛӘҮЕТДИНОВА.