Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
14 Сентябрь , 18:30

Ҡабаҡ байрамы гөрләне

Өсөнсө йыл рәттән үткәрелгән сара – мул уңышҡа дан йырлау ул.

Ҡабаҡ байрамы гөрләне
Ҡабаҡ байрамы гөрләне

Социалистик Хеҙмәт Геройы, алдынғы сөгөлдөрсө Банат Батырованың яҡташтарының хәҙер үҙ бренды бар. Үтәгәндә ойошторолған байрам ауыл сараһы тип иғлан ителһә лә, ул күптән республика киңлегенә сыҡты. Быйыл да Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалалары, республиканың Иглин, Ғафури, Өфө, Әбйәлил, Дәүләкән, Архангел райондарынан һәм башҡа тарафтарҙан байрамды күрер өсөн кешеләр күпләп килде. Тәүге йылды йәмғеһе 500 кеше ҡатнашҡан байрам йылдан-йыл популярлаша бара. Мәҫәлән, быйыл ҡатнашыусылар һаны бер меңдән ашты.

Һый-хөрмәткә бай байрам

Башҡа йылдарҙан айырмалы, күргәҙмәләрҙе Ҡырмыҫҡалы районының ауыл биләмәләре әҙерләне. Өҫтәлдә ниндәй генә һый-хөрмәт юҡ ине! Шулай ҙа төп батшабикә – ҡабаҡ. Ҡабаҡтан 400-ҙән ашыу төрлө аҙыҡ әҙерләп була. Үтәгән өҫтәлдәрендә уларҙың барһын да ауыҙ итеп ҡарарға мөмкин ине: ҡабаҡ бутҡаһы, төрлөсә ҡурылғаны, бәлештәр, файҙалы эсемлектәр, хатта ҡабаҡ орлоғонан эшләнгән кәнфиттәр ҙә әҙерләгән уңғанбикәләр.

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығының этномәҙәни үҫеш һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Нурлан Ғәниев, Башҡортостандың урман хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Фәтҡуллин, Башҡортостандың туризм һәм эшҡыуарлыҡ министры урынбаҫары Азамат Ғәлин, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Тимерғәле Ураҙғолов, Яңы Ҡыйышҡы ауыл биләмәһе башлығы Фәнзиә Өмәтҡолова, Үтәгән ауылы старостаһы Дилара Ҡоҙайғолова һәм башҡа саҡырылған ҡунаҡтар һәр өҫтәлдең эргәһенә килеп, ҡатнашыусыларҙы дәртләндереп, тәҡдим ителгән һыйҙан ауыҙ итте, байрамдың мөһимлеген билдәләне.

Быйыл байрам уңыш байрамы ғына булманы, уның төп темаһы илһөйәрлек ине. Үтәгәндәр бергәләшеп махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына ярҙам ҡулы һуҙырға һүҙ ҡуйышҡан. Яңы Ҡыйышҡы ауыл биләмәһенән әлеге мәлдә яуға 30-ҙан ашыу егет киткән. Ауылдаштары уларға ла, яугирҙәрҙең ғаиләләренә лә ҡулдан килгәнсә ярҙам итеп тора. Был юлы ла хужабикәләр киптерелгән ҡабаҡ, ҡабаҡ ҡайнатмаһы, һалма һәм башҡа тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлекте йыйып, махсус хәрби операция биләмәһенә ебәрер өсөн әҙерләп ҡуйҙы. Гуманитар ярҙам ошо көндәрҙә яугирҙәргә оҙатыласаҡ.

Ҡауын-ҡарбуз үҫтереүселәр төбәге

Үтәгәндә элек-электән эшсән, тырыш халыҡ йәшәй. Ауыл хужалығы өлкәһенең үҫемлекселек тармағында уңыш ҡаҙанған, сөгөлдөр үҫтергән Банат Батырованың яҡташтары бөгөн дә ең һыҙғанып баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә, йыл һайын мул уңыш ала.

Бынан бер нисә йыл элек ошо ауылда тыуып үҫкән Айрат Искәндәров файҙалы, туҡлыҡлы ризыҡҡа рәхмәт йөҙөнән “Үтәгән ҡабаҡ фестивале” проектын халыҡ уңғандарын берләштергән байрам булараҡ үткәреү башланғысын тәҡдим иткән. Тәҡдимде ауылдаштары дәррәү күтәреп, тәүге “Ҡабаҡфест”ҡа бер йыл самаһы әҙерләнделәр. Тәүге уңыш байрамдың көнүҙәклелеген, халыҡҡа кәрәклеген күрһәтте. Икенсе йылды байрамға республиканың төрлө тарафтарынан килделәр. Үтәгәндәр иһә ҡабаҡ байрамын ике йылға бер үткәрергә кәрәктер, йыл һайын күп булып китә тип шикләнә биреп тә ҡуйғайны, халыҡ һорауы буйынса быйыл уны киңерәк йәйелдереп ойошторҙолар.

Төрлө конкурс, оҫталыҡ дәрестәренән Үтәгән ауылы урамдары гөрләп торҙо. Иң ҙур ҡабаҡҡа конкурста быйыл 16 ҡабаҡ “көс һынашты”. Сихонькин ауылынан Галина Сольеваның ҡабағының диаметры 178 сантиметр тәшкил итте. Ефремовка клубының ҡабағы 170 сантиметр, Подлубовка ауылыныҡы 164 сантиметр булды.

Муллыҡ һәм оҫталыҡ байрамында әүҙем ҡатнашыусыларға рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ауыл старостаһы Дилара Ҡоҙайғолова байрамды ойоштороуға көс һалған һәр кемде билдәләп үтергә тырышты һәм сараны дәррәү күтәреп алған ауылдаштарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Ауылда уңыш йыл да мул була

Ауыл Ағиҙел буйында урынлашҡан. Ауыл хужалығы тармағы өсөн бик ҡулай. Колхоз көслө булған заманда бында йәшелсә, емеш-еләк, ҡарбуз-ҡауын баҡсалары гөрләп торған. Тәүҙә “Иҙел”, шунан “Урал” исемен йөрөткән колхозда балыҡсылыҡ артеле лә булған.

Ете ауылды берләштергән колхоздың етештереү ҡеүәте тураһында әле легендалар йөрөй. Һарыҡ фермаһы, ҡаҙ-тауыҡ үрсетеү бригадаһы уңышлы эшләгән. Йыш ҡына пароходтар туҡтаған. Колхоз емеш-еләген, ҡауын-ҡарбуздарын уларға тейәп ебәрер булған.

“Әсәйемдең хәтирәләре буйынса, бала-саға, ҡыҙыҡ күреп, гел шул тирәлә уралған. Ҡарбуздар күтәрерлек булмаған, палубаға тәгәрәтеп мендергәндәр”, – тип хәтирәләре менән уртаҡлаша ауылдың имам-хатибы Сәғит Сөләймәнов.

Совет заманынан ҡалған данлыҡлы колхозды тергеҙеү, уңдырышлы ерҙәрҙе эшкәртеү менән хәҙер был ауыл биләмәһендә “Радик Йөҙлөкбаев” крәҫтиән (фермер) хужалығы шөғөлләнә. Хужалыҡ йыл һайын тиерлек майҙанын арттырып, уңышлы ғына эшләп килә. Үҙҙәренең “Т-150”, ике “МТЗ”, ике “ДТ” тракторы, “ЗиЛ” һәм “КамАЗ” машиналары, “Нива” комбайны бар. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, махсус хәрби операция башланыу менән Радик Йөҙлөкбаев шунда юлланды. Быйыл Ҡабаҡ фестивален мотлаҡ үткәрергә кәрәк тип, үҙе яу ҡырында булһа ла, ауылдаштарына сәләмдәрен күндергән ул һәм бағыусы булып сығыш яһаған.

145 йортло ауыл гөрләп йәшәй. 2016 йылда мәсет төҙөлгән. Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған, еңеү менән ҡайтҡан ата-бабаларына яңы һәйкәл һалынған. Мәктәп эшләй. Күптән түгел яңы төҙөлгән фельдшер-акушерлыҡ пункты ишектәрен асты. Ауыл әүҙемселәренең күңелен ҡырған бер генә нимә бар: мәҙәниәт усағы һүнгән. Киләсәктә үтәгәндәрҙең йыйылыр, күңел асыр урыны ла булыр тип өмөтләнәйек.

Дилара ХОҘАЙҒОЛОВА, Үтәгән ауылы старостаһы:

– Ауыл халҡын рухландырған, башҡаларға өлгө булған сара булды Ҡабаҡ фестивале. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың “Һәр ауылдың үҙ фестивале булырға тейеш” тигән һүҙҙәрен девиз итеп алдыҡ та, маҡсатыбыҙға ирештек. Ауыл халҡына берҙәмлектәренә, һәр башланғысты күтәреп алып, ярҙам итеп тороуҙарына рәхмәт әйткем килә. Ошо өс йылда беҙ көслө, рухлы, ойошҡан ауылдаштар булыуыбыҙҙы барлыҡ республикаға күрһәттек. “Ҡабаҡ” фестивален үткәреү шуға аныҡ миҫал. Тағы ла “Юлдаш” радиоһы үткәргән конкурста ҡатнашып, тирмә оттоҡ. Быйыл байрамда шул тирмәне ҡороп, ауыл тарихын һөйләгән күргәҙмә ойошторҙоҡ. Бында ауылдың үҫешенә ҙур өлөш индергән шәхестәр тураһында мәғлүмәт тупланды. Тирмәләге күргәҙмә менән ололар ҙа, балалар ҙа ихлас танышты. Иң мөһиме – бөгөн беҙ атҡарған эш балаларға, үҫеп килгән быйынға өлгө булып тора.

Миңзәлә СӨЛӘЙМӘНОВА, Үтәгән ауылында йәшәүсе:

– Ҡабаҡтан иң яратып бешергән ашамлығым – ҡоймаҡ. Ҡабаҡты ҡырып, бер-ике йомортҡа, он ҡушып бешерһәң, сәй табынына тәмле генә аш килеп сыға. Файҙалы ла, тәмле лә.

Зөлфиә ТАҺИРОВА, Өфө ҡалаһынан:

– Өфөнән 30 кешелек төркөм килдек. Өлкән йәштәгеләрҙе туристик сараға саҡырғастар, баш тартманым. Көн матур, йылы. Шундай һәйбәт сара булды. Өҫтәлдәр һый-ниғмәттән һығылып торҙо. Төрлө аш-һыу тәмләп ҡараныҡ, байрам бик һәйбәт үтте. Тәбиғәт ҡосағында, матур кешеләр араһында йөрөп ҡайтыу үҙе бер байрам. Ришат Ғәлиханов, Артур Туҡтағолов, Миңзифа Исҡужина, Тимур Рамаҙанов, Илдар Абдуллин, Илнур Хәйруллин кеүек артистарҙың сығышын рәхәтләнеп ҡараныҡ. Күстәнәскә ҡабаҡтар алып ҡайттыҡ. Был сараға икенсе йыл да килергә кәрәк.

Влада Ильмурзина фотолары.

Ҡабаҡ байрамы гөрләне
Ҡабаҡ байрамы гөрләне
Ҡабаҡ байрамы гөрләне
Ҡабаҡ байрамы гөрләне
Ҡабаҡ байрамы гөрләне
Ҡабаҡ байрамы гөрләне
Ҡабаҡ байрамы гөрләне
Ҡабаҡ байрамы гөрләне
Ҡабаҡ байрамы гөрләне
Ҡабаҡ байрамы гөрләне
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: