Әбейҙәр сыуағының иң ҡыҙған мәлендә баш ҡалала “Һөт иле” фестивален үткәреү матур йолаға әүерелде. Әлеге фестиваль 11-се тапҡыр ойошторолдо һәм Өфө халҡын ғына түгел, туристарҙы ла ылыҡтырған байрам булып торҙо. Сараның маҡсаты тәү сиратта республикала етештерелгән һөт һәм һөт ризыҡтарын һатып алыусыға тәмләп ҡарарға биреү, үҙебеҙҙең продукцияны киң ҡулланыусыға таратыу булып тора.
Быйылғы фестивалдә һөт һәм һөт ризыҡтары етештергән илленән ашыу ойошма ҡатнашты. Фестивалгә килеүселәр фермерҙар баҙарында әле генә етештерелгән һөт ризыҡтарын ауыҙ итә алды. Балаларға бушлай туңдырма тараттылар.
“Һөт иле” фестиваленең эшлекле программаһында төбәктә малсылыҡты үҫтереү тураһында һөйләштеләр. Сараны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов алып барҙы.
– Беҙҙең төбәктә ауыл хужалығы тәбиғәт шарттарына ныҡ бәйле. Һуңғы бер нисә йылда ҡоролоҡ күҙәтелһә, быйыл, киреһенсә, ямғырҙың күплегенән баҫыуҙар зыян күрҙе. Шуға киләсәктә тармаҡты тармағын заманса һәм һөҙөмтәле үҫтереүгә йүнәлеш алдыҡ, – тип билдәләне ул.
Беҙҙә һөтсөлөк тармағы эҙмә-эҙлекле үҫешә. Ун йыл самаһы элек тауар һөтө һәм һөттән аҙыҡ-түлек етештереү шәхси ихаталар иҫәбенә тура килһә, хәҙер хәл үҙгәрҙе һәм продукцияны башлыса крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм ауыл хужалығы предприятиелары етештерә.
Һуңғы ете ай эсендә төбәктә 474 мең тонна тауар һөтө, 211 мең тонна ит етештерелгән. Малсылыҡ тармағындағы тауар әйләнеше 77,5 миллиард һум тәшкил иткән.
Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының Малсылыҡ һәм тоҡомсолоҡ эше департаменты директоры Сергей Воскресенский илдә малсылыҡты үҫтереү тураһында һөйләне. Рәсәй Президенты Владимир Путин 2030 йылға агросәнәғәт комплексы продукцияһын етештереү күләмен – 25 процентҡа, агроэкспорт күләмен – 1,5 тапҡырға, инвестициялар күләмен 60 процентҡа арттырыу бурысын ҡуйған.
Ғәҙәттәгесә, Милли һөт етештереүселәр союзының генераль директоры Артем Беловтың сығышы ҡыҙыҡлы булды. Ул 2030 йылға тиклем Рәсәйҙең һөтсөлөк тармағын үҫтереү стратегияһы хаҡында һөйләне. Эксперт һүҙҙәренсә, әгәр былтыр аграрийҙар яңы һауылған һөткә хаҡтарҙың түбән булыуы һәм тотороҡһоҙ ихтыяж менән осрашһа, хәҙер дөйөм картина яҡшыға өмөтләнергә мөмкинлек бирә.
Башҡортостандың ҙур һөтсөлөк хужалыҡтары етәкселәре лә кәңәшмәлә эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Улар инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу барышы, тоҡомсолоҡ эше нескәлектәре хаҡында һөйләне, ауыл хужалығында кадрҙар проблемаһын хәл итеүҙең заманса алымдары менән уртаҡлашты.
“Һөт иле” фестивале сиктәрендә Бал йәрминкәһе лә үтте. Сарала 18 райондан 30-ҙан ашыу умартасы ҡатнашты. Йәмғеһе улар ике көн эсендә 10 тоннанан ашыу бал һатты. Умартасылар араһында ла ярыш ойошторолдо. Архангел районынан “Медковъ” умартасылығы “Иң яҡшы сауҙа нөктәһе” ойоштороусы булараҡ еңеү яуланы. Әбйәлил районынан “Башпчелпром-А” етештереү кооперативы бай ассортименты менән билдәләнде. “Иң тәмле бал” номинацияһында Яңауыл районынан Рәйеф Яхиндың балы беренселеккә сыҡты.
Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығынан.
“Һөт иле” фестивалендә 40-тан ашыу һөт һәм һөт ризыҡтары етештереүсе ойошма, 17 сыр етештереүсе, 46 крәҫтиән (фермер) хужалығы ҡатнашҡан. Фестиваль ҡунаҡтары 97 тонна һөт һәм ҡымыҙ һатып алған. Ете тонанан ашыу һары май, биш тонна сыр, дүрт тонна туңдырма, 19 мең банка ҡуйыртылған һөт һатылған. Ике көн эсендә фестивал барған майҙансыҡҡа 106 мең кеше килгән. 13 мең тонна һөт эселгән, 40 мең туңдырма ашалған.