Австрияның Клагенфурт ҡалаһына яҡын ерҙә емеш-еләк плантацияһы хужаһын бер йылға төрмәгә ябырға хөкөм иткәндәр һәм 20 мең евро штраф һалғандар.
“Енәйәт эше” ғәҙәти түгел: 47 йәшлек баҡсасы бал ҡорттарын үлтереүҙә ғәйепләнә. Ағастарҙың сәскә атҡан осоронда ул ағыулы химик эшкәртеү үткәргән. Пестицид һиптерелгәс, төбәктең 50 колонияһында ҡорттар үлгән. Баҡсасының осраҡлы рәүештә генә химикаттар ҡулланыуына суд ышанмай. Үҙ ғәйебен танымаһала, ул рәшәткә артында ҡала...
Ошо көндәрҙә Грецияның ауыл хужалығы министрлығы ғәҙәти булмаған ҡарар ҡабул итә. Санторини утрауы закон сығарыусылары төбәктә дүрт аяҡлы дуҫтары — ишәктәрҙең хәлен яҡшыртырға теләй. Баҡһаң, улар көн дә ауыр эштәргә йәлеп ителә икән. Хайуанҡайҙар утрауҙың текә тауҙары аша иҫәпһеҙ туристарҙы йөрөтә, йөк ташый. Ә йөк ишәктең үҙ ауырлығының 20 процентына тиң булғанда ғына зарарһыҙ иҫәпләнә. Ҡәтғи ҡарар хеҙмәткәрҙәрҙең килемен бөтөнләй табышһыҙ итер ине, сөнки тауға менеү өсөн алынған һигеҙ доллар ғына бик аҙ, шуға ла Греция властары ял итеүселәрҙең 100 килограмдан артмағандарына ғына ишәккә ултырырға рөхсәт итә. Хайуанҡайҙың хеҙмәт көнөн, ял сәғәтен дә аныҡ билдәләйҙәр...
Көньяҡ-Көнсығыш Азияның Мьянма тигән республикаһында тиҙҙән “Филдәр күле” тип аталған махсус урын барлыҡҡа киләсәк. Уның майҙаны 17 мең гектарға етә. Бында хайуандар реабилитация үтәсәк, ветеринарҙар күҙәтеүендә буласаҡ. Элегерәк улар башлыса урман хужалығында ҡулланылған, ләкин ағасты республиканан ситкә сығарыу тыйылғас, малдар “эшһеҙ” ҡала. Эш булмағас, хужаларының да уларҙы ҡарар өсөн кеҫә яғы таҡырая.
“Российская газета” (2018 йыл, 18 октябрь) яҙыуынса, Германияла бал ҡорттарын, һағыҙаҡ һәм траждарҙы үлтергән өсөн 65 мең евроға тиклем штраф һалына икән. Немец ғалимдары белдереүенсә, йөҙ йыл эсендә ҡорттар ер йөҙөнән юғалыу сигенә етеүе ихтимал, шуға уларҙы “үлеп бөтөп барған” бөжәктәр исемлегенә индергәндәр. БМО-ның махсус программаһы эксперттарының иҫкәртеүҙәренә ҡарағанда, уларҙың юғалыуы глобаль аҙыҡ-түлек хәүефе менән янай, сөнки бал ҡорттары ғына ла 70-тән ашыу төр төп культураны һеркәләндерә.
Германияға килгәндә, бында 560 төрлө бал ҡорто, һағыҙаҡ, траж иҫәпләнә икән. Штраф күләме иһә бал ҡортоноң ни тиклем һирәк булыуына бәйле. Мәҫәлән, Рейланд-Пфальцела бер күс бал ҡорто өсөн биш мең евроға тиклем “сисендерергә” мөмкиндәр, ә Бранденбургта — 65 меңгәсә. Шулай уҡ бал ҡорто һәм һағыҙаҡтарҙы үрсетеүгә йә уларҙың үрсеүенә зыян килтергән, юҡ иткән өсөн дә ҙур штраф һалына...