Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
4 Апрель 2019, 18:15

“Шүлгән-Таш” бәйге иғлан итә

– 60 йыл элек Александр Рюмин Шүлгәнташ мәмерйәһендә тәүтормош кешеләренең һүрәттәрен табып, Башҡортостанды бөтә донъяға билдәле иткән асыш яһаны. Ошо мөһим датаға ҡарата “Шүлгән-Таш” дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы һеҙҙе республика кимәлендәге ижади конкурста ҡатнашырға саҡыра. Конкурста ете йәштән алып барыһы ла ҡатнаша ала. Эштәр “А.В.Рюмин – Шүлгәнташ мәмерйәһендәге боронғо һүрәттәрҙе тәү башлап асыусы” , “Шүлгәнташ мәмерйәһенең башҡорт фольклорындағы урыны”, “Шүлгәнташ –Рәсәйҙә һәм Көнсығыш Европала иң боронғо картиналар галереяһы” темаларына ярашлы башҡарылырға тейеш. Эштәр һынлы сәнғәт һәм әҙәбиәт номинациялары буйынса ҡабул ителә, – ти бәйгенең кураторы, ҡурсаулыҡтың экологик ағартыу, пропаганда һәм мәғлүмәт бүлеге етәксеһе Ләлә Хәйбуллина.
Ижади конкурс 20 апрелгә тиклем бара. Еңеүселәр ай аҙағында ҡурсаулыҡтың сайтында, социаль селтәрҙәрҙәге рәсми төркөмдәрендә иғлан ителәсәк, уларҙы дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр көтә.
Ҡатнашыусылар шиғри йәки сәсмә формалағы әҙәби эштәрҙе [email protected] электрон адресы буйынса ебәрә ала, ә һынлы сәнғәт өлгөләре түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 453585, Бөрйән районы, Ырғыҙлы ауылы, Заповедная урамы, 14-се йорт.
Конкурс барышы менән “Шүлгән-Таш” дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының рәсми сайтында www.shulgan-tash.ru таныша алаһығыҙ.
Читайте нас: