Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
5 Апрель 2019, 16:12

Мышыны бәрҙерһәң, ҡуянды тапаһаң, күпме түләтерҙәр?

Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, юлда транспортта ҡыр хайуандарын тапау башлыса май-июнь айҙарына тура килә. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан машина йөрөтөүселәргә тағы ла бер тапҡыр иҫкәртеү яңғыраны.

Водитель әгәр ҙә “Ҡырағай хайуандар” билдәһе янында мышыны бәрҙерһә, тәбиғәткә зыян килтергән өсөн 80 мең һум түләргә тура киләсәк. Шулай уҡ билдәне һанламаған өсөн 500 һум административ штраф һалына.
Хоҡуҡ белгестәре хайуан түшкәһен үҙең менән алып китеүҙе киҫәтә – водителде законһыҙ һунар итеүҙә ғәйепләргә мөмкиндәр. Ә уның өсөн 200 мең һумғаса штраф йәки алты айғаса арест ҡаралған.
Йыл башынан оло юлда ҡыр йәнлектәрен бәрҙереүҙең һигеҙ осрағы теркәлгән. Былтыр улар бөтәһе 45 булған.
Бүре йәки төлкөнө имгәтеү – 200 һум, ҡуянды тапау – бер мең, бурһыҡты – 12 мең, ҡыр сусҡаһын – 30 мең, айыуҙы бәрҙереү 60 мең һумға торошло.
Читайте нас: