Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
16 Апрель 2019, 16:33

Таныш булығыҙ: урман күгәрсене

Йыл хужаһы кеше иғтибарына мохтаж.

Йыл хужаһы кеше иғтибарына мохтаж.


Ҡыҙыҡ, ҡоштарға ла титул бирелә икән. Рәсәй ҡоштарҙы һаҡлау союзы быйыл йыл хужаһын һайланы – был юлы урман күгәрсене ошо баһалы титулды алды. Ул, баҡһаң, номинацияның бөтә талаптарына ла яуап бирә: Рәсәйҙең ярайһы ғына ҙур биләмәһендә киң таралған, таныуы тиҙ һәм кеше иғтибарына, ярҙамына бик мохтаж.


Тышҡы ҡиәфәте менән күк күгәрсенгә оҡшаш, башы һоро-күкһел төҫтә. Ҡанаттары һәм арҡаһы ҡара төрткөлө, аҡһыл-һоро төҫтә. Күкрәге – ал, ҡорһағы аҡһыл-күкһел. Ҡанаттарын йәйһә, оҙонлоғо илле биш сантиметрға етә, уртаса ауырлығы – 155 грамм ғына.

Башҡортостанға ул май баштарында килә, “ҡунаҡ” булғандан һуң август аҙаҡтарында йылы яҡҡа оса. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында уны осратыу ғәҙәти хәл тойолһа, һуңғы осорҙа урман күгәрсене күҙгә күренеп кәмене. Июндән август айына тиклемге осорҙа ҡоштарҙың һаны алты-ете мең тирәһе иҫәпләнә. Урал аръяғы райондарында был төр бер меңдән дә ашмай. Ирәндек итәгендә йыш осрай, Йылайыр ҡасабаһы эргәһендә лә күпләп күҙәтелә. Әммә Йылайыр яҫы таулығынан төньяҡтараҡ тау-урман зонаһында ул бик һирәк осрай.


Ә бит сағыштырмаса яңыраҡ, ХХ быуаттың икенсе яртыһында, урман күгәрсене бик киң таралған ҡоштарҙың береһе ине. Көньяҡ райондарҙа бушап ҡалған баҫыуҙарҙа иген, көнбағыш бөртөктәрен сүпләгән ҡош туптары ғәҙәти күренешкә әүерелгәйне.


Көтмәгәндә, һунарсыларҙы һәм орнитологтарҙы таң ҡалдырып, үткән быуат аҙағында урман күгәрсене популяцияһы ныҡ кәмене. Хәлде аҙағынаса белгестәр ҙә аңлап бөтә алмай. Тимәк, ҡоштарҙың был төрөн һаҡлау буйынса кисектергеһеҙ саралар күреү мөһим. Әлегәсә һәләкәттең сәбәбе асыҡланмауы ла эште ҡатмарландыра. Шуныһы асыҡ: Рәсәйҙең көньяғында, Украинала, Грузияла көҙгө осош ваҡытында ҡоштарға һунар итеүҙең эҙемтәһе үҙен һиҙҙерә. Өҫтәүенә дала зонаһында сәсеү алдынан орлоҡтарҙы химикаттар менән эшкәртеү ҡанатлы дуҫтарыбыҙҙы ағыулай. Африкала ҡышлаған ҡоштар ундағы һуңғы ун йыл эсендәге ҡоролоҡ һөҙөмтәһендә лә ҡырыла торғандыр. Беҙҙә улар оя ҡора, бала сығара, тимәк, уларҙы һаҡлауҙы ойоштороуға үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә тейешбеҙ.


Урман күгәрсене, бер аҙ һуңлап булһа ла, Рәсәйҙәге туғыҙ төбәктең Ҡыҙыл китабына индерелгән. Уны һаҡлап ҡалыу өсөн мотлаҡ Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индереү кәрәк. Орнитологтар шундай тәҡдим менән тейешле органдарға мөрәжәғәт итте.


Бик һаҡ, ҡурҡаҡ ҡош ул урман күгәрсене, шәп оса. Уларҙың гөрләшеүе шишмә ағышын хәтерләтә. Ылыҫлы һәм ҡатнаш урмандарҙы үҙ итә. Башҡортостан биләмәһендә ояларын ерҙән өс-ете метр бейеклегендәге ағас ботаҡтарында ҡора. Ҡалаларҙа, күк күгәрсен кеүек үк, бина ҡыйыҡтарында оялай. Инкубация осоро 13-16 көн дауам итә, ҡошсоҡтар ояла 16-18 көн ҡанат нығыта. Өлкәндәре уларға ашарға ташый.


Төрлө үҫемлек орлоҡтары – ҡарағай, ҡайын, ерек, шыршы орлоҡтары, еләк-емеш менән туҡланалар. Төрлө бөжәктәр, баҫыуҙарҙа ҡалған етен, бойҙай, тары, ҡарабойҙай ҙа улар өсөн яҡшы аҙыҡ.


Оҙаҡламай беҙгә Африка тарафтарынан ҡунаҡҡа киләсәк йыл хужаһын танынығыҙмы инде? Әләйһә уларҙы лайыҡлы ҡаршыларға әҙерләнәйек, иң мөһиме, тыныс мөхит булдырайыҡ, ояларын туҙҙырмайыҡ, ауламайыҡ!
Читайте нас: