Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
10 Май 2019, 13:44

Ете районда урманға инеү тыйыла!

Янабыҙ, йәмәғәт! Етмәһә, әлеге май байрамдарында 30 градуслыҡ эҫе көндәр тора. Башҡортостан урмандарында уҙған тәүлектә генә дүрт урында янғын сыҡҡан. Иң эреләре – Учалы һәм Белорет райондарында.

Янабыҙ, йәмәғәт! Етмәһә, әлеге май байрамдарында 30 градуслыҡ эҫе көндәр тора. Башҡортостан урмандарында уҙған тәүлектә генә дүрт урында янғын сыҡҡан. Иң эреләре – Учалы һәм Белорет райондарында.


Йәмғеһе 53 гектар ер тәләфләнгән. Миҙгел башынан иһә республикала 72 урман янғыны теркәлгән. 1093 гектар ер зыян күргән. Былтыр был ваҡытта 26 осраҡ иҫәпләнгән – өс тапҡырға аҙыраҡ.


Ошо киҫкен сәбәп арҡаһында бөгөндән ете районда граждандарға урманда булыу, унда транспортта инеү сикләнә. Тыйыу Әбйәлил, Белорет, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Учалы төбәктәренә ҡағыла. Уларҙа был ғәмәлде иҫкәрткән белдереүҙәр һәм шлагбаумдар ҡуйыла.


Сикләүҙең ҡасан алыныры билдәһеҙ. Ғәҙәттә, ул 21 көн дауам итә. Бөтәһе лә һауа торошонан тора. Был тәртипте боҙған өсөн граждандарға дүрт-биш мең һум, вазифалы кешеләргә – 20-40 мең һум, ойошмаларға 300-500 һум штраф ҡаралған.


Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.
Читайте нас: