Башҡортостан
-19 °С
Ясна
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Ҡырағай мөхит
20 Май 2019, 18:27
Аҡҡоштар ҡайтты
Өфөләге Аксаков исемендәге баҡсаға “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән аҡҡоштар ҡайтты.
Өфөләге Аксаков исемендәге баҡсаға “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән аҡҡоштар ҡайтты.
Бик аҡыллы парлы ҡоштар бер нисә йыл инде ошо баҡсалағы быуаға йәшәргә ҡайта. Уларҙың әйләнеп ҡайтыуын көткән хеҙмәткәрҙәр аҡҡоштарға йәйге өй һәм аҙыҡ та әҙерләгән. Быуа Өфөләге иң матур урындарҙың береһе, ҡоштар күптән инде ҡалалағы тауышҡа һәм парк ҡунаҡтарына өйрәнгән.
Аксаков исемендәге баҡсаның биҙәгенә әүерелгән парлы аҡҡоштарҙың сәләмәтлегенә зарар килтермәҫ өсөн уларҙы ашатырға, яҡын килергә ярамай, тип иҫкәртә парк хеҙмәткәрҙәре.
Фото: Yandex.kz.
Читайте нас:
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.