Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
20 Май 2019, 23:04

Бөгөн – Бөтә донъя бал ҡорттары көнө

Донъялағы иң уңған йән эйәләренең байрамы бөгөн.

Фото: yandex.ru
Фото: yandex.ru
Донъялағы иң уңған йән эйәләренең байрамы бөгөн.
20 май Бөтә донъя бал ҡорттары көнө тип иғлан ителгән, сөнки ҡортсолоҡҡа, умартасылыҡҡа нигеҙ һалған Антон Янша ошо көндә тыуған.
Словенияның данлыҡлы умартасылар ғаиләһендә тыуып үҫкән Антон Янша ҡортсолоҡто үҫтереү буйынса ғәйәт ҙур эштәр башҡара. Шуға күрә БМО Генераль Ассамблеяһына Словениянан уның тыуған көнөн Бөтә донъя бал ҡорттары көнө итеп үткәреү тәҡдимен индерәләр. Был башланғыс хуплау таба. Һөҙөмтәлә былтыр 20 майҙа тәүге тапҡыр Бөтә донъя бал ҡорттары көнө билдәләнә.
Мәғлүм булыуынса, башҡорт халҡы элек-электән ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән. Ата-бабабыҙҙың был кәсебе әле лә лайыҡлы дауам ителә. Сифатлы башҡорт балы донъяла киң танылыу ала бара.
Читайте нас в