Был янғын хәүефһеҙлеге маҡсатында эшләнде.
Һыуҙан ҡалһа ла, уттан ҡалмай тигән әйтемде барыһы ла ишеткәне барҙыр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был һүҙҙәр бөгөн дә көнүҙәк. Әле илебеҙҙең егермегә яҡын төбәгендә урман яна. 50 мең гектарға яҡын ерҙе ут ялмаған.
Шулай итеп, Рәсәйҙең 77 төбәгендә рәсми рәүештә янғын хәүефе миҙгеле башланды, тип белдерелгән. Ә тотош Ҡурған өлкәһендә, Краснодар, Байкал аръяғы крайында, Силәбе, Иркутск өлкәләрендә, Тыва Республикаһында ғәҙәттән тыш хәл индерелгән. Янғынға ҡаршы айырыуса ныҡлы режим 51 төбәктә иғлан ителгән, тип белдерә “Авиалесоохрана” идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Быйыл 13 апрелдән 9 майға тиклем Башҡортостан урмандарында 70 янғын сыҡҡан. Шуларҙың 20-һенә кешенең ут менән һаҡһыҙ ҡыланыуы сәбәпсе. Барыһы 1118 гектар майҙандағы “йәшел ҡалҡан” зыян күргән. Республиканың айырым райондарында бер нисә тапҡыр йәшенле ямғыр яуһа ла, был тотош май айы өсөн хас күрһәткес түгел. Тәбиғәт яҡлауға мохтаж. Былай ҙа ҡайһы бер осраҡта ағастар көслө йәшен утынан янғын сығып зыян күрә. Ә “ҡыҙыл әтәс” ялмауына эләккән йәшеллек тиҙ генә үҫә һалмай. Йылдар, хатта быуаттар талап ителә ҡайһы бер ағастарҙың үҫеп китеүенә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был осорҙа тағы янғын булмаҫ тип кем әйтә ала? Йәшеллек менән бергә бөжәк-йәнлектәр донъяһы ла зыян күрә.
Республикала янғындарҙы иҫкәртеү маҡсатында Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы, Рәсәй Урман кодексының 53.5 статьяһына һәм Рәсәй Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығының 2016 йылдың 6 сентябрендәге 457-се “Граждандарҙың урмандарҙа булыуын һәм транспорт сараларының урмандарға индерелеүен сикләү, урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында билдәле эштәрҙе атҡарыу тәртибен раҫлау тураһында”ғы фарманына ярашлы, 10 майҙан республикала граждандарҙың урмандарҙа булыуы һәм транспорт сараларын индереү сикләнә. Ошо документ Әбйәлил, Белорет, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Учалы райондарындағы урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге кәмегәнсе, ғәҙәттә, 21 көнгә тиклем, үҙ көсөнә эйә. Әйткәндәй, был фарман “йәшел ҡалҡан”ды һаҡлау, яҡлау, ҡайтанан тергеҙеү менән шөғөлләнеүселәргә ҡағылмай.
Янғынға ҡаршы айырыуса ҡаты режим осоронда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һанға һуҡмаған өсөн административ яза ҡаралған. Закон талаптарын үтәмәгән граждандарға – дүрт-биш, вазифалы кешеләргә – 20 – 40, ойошма-предприятиеларға 300 – 500 мең һум штраф түләргә тура киләсәк.
Статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, урман янғындарына күп осраҡта кеше үҙе ғәйепле. Тәбиғәт ҡосағында ял итеүселәр бихисап. Башҡортостандың Урман хужалығы, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы һәм башҡа органдар хеҙмәткәрҙәре “йәшел ҡалҡан”ды уттан даими ҡурсаларға тырыша. Әммә барыбер тегендә йәки бында “ҡыҙыл әтәс”тең “ҡотороуы” теркәлә. Быға, ғәҙәттә, кешенең онотоусанлыҡ, һаҡһыҙлыҡ кеүек сифаттары сәбәпсе. Тәбиғәт-Әсәгә ихтирамлы, иғтибарлы булһаҡ ине.
Йыл һайын донъяла 10-15 миллион гектар “йәшел ҡалҡан” яна. Ошо сәбәпле, Рәсәй былтыр яҡынса 15 миллиард һумлыҡ зыян күргән. Илдә барыһы 12 меңдән ашыу урман янғыны теркәлгән. Һуңғы 25 йылда донъя урмандарында туғыҙ эре янғын сыҡҡан. Һөҙөмтәлә утта әллә күпме кеше һәләк булған. 1997 йылдың авгусында Индонезиялағы 2 миллион гектар “йәшел ҡалҡан”ды “ҡыҙыл әтәс” ялмаған. 2007 йылдың июнендә Грецияла ут 270 меңдән ашыу гектар урманды юҡ иткән. 2009 йылдың февралендә Австралияның Виктория штатында 450 мең гектар урман янып юҡҡа сыҡҡан, 173 кеше һәләк булған. 2010 йылдың 2 декабрендә Израилдә ҡоролоҡ мәлендә башланған янғын ҡурсаулыҡтағы 5 мең гектар ерҙе, шул иҫәптән 5 миллион ағасты юҡ иткән, 44 кешенең ғүмерен өҙгән. 2010 йылдың июль-авгусында Рәсәйҙең Европа өлөшөндә аномаль ҡоролоҡ һөҙөмтәһендә ут сығып, 2 миллион гектар урман тәләфләнгән, 60-тан ашыу кеше үлгән. 2017 йылдың 17 июнендә Португалия, ошо уҡ йылдың 8 – 28 октябрендә Америка ағастары зыян күргән. 2017 йылдың 13 – 18 октябрендә Португалия менән Испанияның бер өлөшөндәге урман янғындарында 49 кеше һәләк булған, 91-е зыян күргән.