Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
7 Июнь 2019, 14:48

Шүлгәнташ һүрәттәрен ҡасан тапҡандар?

Бөгөн Бөрйән районында Шүлгәнташ мәмерйәһендә һүрәттәр табылыуҙың сираттағы йыллығына арналған ҙур сара башланды.

Бөгөн Бөрйән районында Шүлгәнташ мәмерйәһендә һүрәттәр табылыуҙың сираттағы йыллығына арналған ҙур сара башланды.


V “Ҡаяға төшөрөү сәнғәте ҡомартҡыларын музейлаштырыу: теория һәм практика” халыҡ-ара симпозиумында мәҙәни мираҫ объекттарын, шул иҫәптән үҙенсәлекле археология ҡомартҡыһы – мәмерйәләге боронғо һүрәттәрҙе һаҡлау һәм танытыу йәһәтенән көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышасаҡтар. Сарала Мәскәү, Санкт-Петербург, Кемерово, Екатеринбург ғалимдары, шулай уҡ Франция, Андорра белгестәре ҡатнаша.


Симпозиум барышында шулай уҡ “ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫ объекттары исемлегенә инеүгә дәғүә итеү юлында: проблемалар һәм перспективалар” тигән “түңәрәк өҫтәл” ойошторола.


Фото: Ләйлә Аралбаева.
Читайте нас: