Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
11 Июнь 2019, 14:20

Етемәкте урманға ебәрҙеләр

2017 йылда Бәләбәй районында ике мышы быҙауын тапҡайнылар. Уларҙың әсәһе браконьерҙар ҡулынан һәләк булған. Етемәктәрҙе Кушнаренколағы "Куляшка" ҡырағай хайуандарҙы ҡотҡарыу үҙәгенә тапшыралар. Уларға Гита һәм Зита тип исем ҡушалар.

Ҡыҙғанысҡа ҡашы, изге йөрәкле кешеләр тапҡанға ҡәҙәр һалҡын ерҙә ятып үпкәһенә һыуыҡ тейҙергән Гита тиҙҙән һәләк була. Ә Зита үҫеп китә. Ошо көндәрҙә уны урманға, иреккә оҙаттылар.

Иҫән-һау йөрө, Зита!

Фото: БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы сайтынан.
Читайте нас: