Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
10 Июль 2019, 18:11

Еләк йыйырға ла рөхсәт итмәҫтәрме?

Ауыл хужалығы министрлығы урманда үҫкән емеш-еләк, бәшмәк һәм сәтләүектәрҙе үҙ контроленә алмаҡсы.

Фото: mail.ru
Фото: mail.ru
Ауыл хужалығы министрлығы урманда үҫкән емеш-еләк, бәшмәк һәм сәтләүектәрҙе үҙ контроленә алмаҡсы.
Еләккә йөрөгән, тәбиғәт байлығынан файҙаланған кешеләр чиновниктарға тынғылыҡ бирмәй башланы булһа кәрәк. Ҡайын һыуы, дарыу үләндәре лә уларҙың контроленә алынасаҡ.
Улар был эште нисек ойошторорға уйлайҙыр – әлегә билдәһеҙ. Урманға ингән өсөн генә аҡса түләттермәҫтәрме? Әлегә бындай аңлашылмаған башланғыстар халыҡта ҡаршылыҡ, ҡәнәғәтһеҙлек һәм борсолоуҙан башҡа бер ни тыуҙырмай.
Читайте нас: