Ҡырағай мөхит
2 Августа 2019, 15:15

Урманда янғын һүндереп маташҡан

Башҡорт дәүләт университетының геология һәм файҙалы ҡаҙылмалар кафедраһы мөдире Исхаҡ Фәрхетдиновты йылдар буйы күҙәтеп барған ғәмһеҙлек туйҙырған һәм ул был күренешкә ҡаршы һуғыш асҡан: ауылға ҡайтып барғанда, урмандағы янғынды күреп ҡалған һәм уны автомобилдәге янғын һүндергес менән һүндерергә тырышҡан.

Башҡорт дәүләт университетының геология һәм файҙалы ҡаҙылмалар кафедраһы мөдире Исхаҡ Фәрхетдиновты йылдар буйы күҙәтеп барған ғәмһеҙлек туйҙырған һәм ул был күренешкә ҡаршы һуғыш асҡан: ауылға ҡайтып барғанда, урмандағы янғынды күреп ҡалған һәм уны автомобилдәге янғын һүндергес менән һүндерергә тырышҡан. Тик уныһы йүнләп эшләмәй икән. “Быныһы инде минең ғәмһеҙлек”, – ти

ул.


– Әммә мине кешеләрҙең битарафлығы аптырата: берәүҙәр урман ситенә йылдар буйы сүп ташлай, икенселәре уны яндыра. Үҙебеҙ йәшәгән мөхитте үҙебеҙ юҡҡа сығарабыҙ түгелме?! – тип аптырай ғалим. Яңғыҙ яу ҡайтармай, ә кешеләрҙең аңһыҙлығы күпмегә хәтлем дауам итер?


Урман янып бөткәс аҡылға килербеҙме икән?


Фото: Исхаҡ Фәрхетдиновтың шәхси архивынан.
Читайте нас