Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
5 Август 2019, 20:48

Тағы туристар юғалған

Туғыҙ турист квадроциклдарҙа Белорет районының Исҡушты ауылындағы “Исҡушты-Хаятт” ял базаһынан Атыш шарлауығына йүнәлгән.

alazu.ru
alazu.ru
Туғыҙ турист квадроциклдарҙа Белорет районының Исҡушты ауылындағы “Исҡушты-Хаятт” ял базаһынан Атыш шарлауығына йүнәлгән.
Иртәгәһенә улар базаға кире ҡайтырға тейеш булған, әммә улар бәйләнешкә сыҡмаған. Туристарҙы эҙләү өсөн Белорет районы буйынса эске эштәр бүлексәһенең һәм республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комитетының Һәләкәттәрҙән ҡотҡарыу хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителгән.
Кисә кис ике турист ял базаһына ҡайтҡан. Баҡһаң, Ләмәҙ йылғаһында һыу кимәленең күтәрелеүе сәбәпле, был урынды урап үтергә булғандар. Тик юлда уларҙың бензины бөткән, шуға төркөм артабан йәйәү атлаған. Ҡалған туристарға еңел машина ебәрелгән. Уларға медицина ярҙамы талап ителмәгән.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә, сәйәхәткә сығыр алдынан ун көн элек туристар ведомствола теркәлергә тейеш. Өҫтәүенә бер тәүлек ҡалараҡ, яуаплы вәкил 8(347) 248-23-70, 8 (347) 248-23-69 телефондары буйынса ведомствоға шылтыратып, хәбәр итергә тейеш.
Читайте нас: