Бер нисә йыл элек Башҡортостандың Архангел районында урынлашҡан билдәле Аҫҡын боҙ мәмерйәһе Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһенә ҡуртымға бирелгәйне. Ул ваҡытта уникаль тәбиғәт ҡомартҡыһына емерелеү ҡурҡынысы янай һәм, кисекмәҫтән сара күрелмәһә, мәмерйәнең хәле аяныслы тамамланыр ине.
Аҫҡын мәмерйәһе 1902 йылда табылған. Белгестәр асыҡлауынса, мәмерйә дүрт миллион йыл элек барлыҡҡа килгән. Уны тау инженеры, геолог-тикшеренеүсе, Көньяҡ Уралды өйрәнеүгә күп көс һалған Леонид Конюшевский асҡан. Быға тиклем мәмерйә консервацияланған хәлдә һаҡланған булған. Ғалим мәмерйәне төплө өйрәнгән. 1924 – 1926 йылдарҙа Г. Вахрушев һәм В. Петров тигән белгестәр ентекләберәк тикшерә. Бөгөнгә тиклем мәмерйә ғалимдар, спелеологтар өсөн ҡыҙыҡлы булып ҡала, уны өйрәнеү туҡтамай. Әлеге мәлдә төп маҡсат – мәмерйәнең температураһын һаҡлау һәм уға йылынырға бирмәү. Әгәр туристарҙы ғәйәт ҙур сталагмиттар ҡыҙыҡһындырһа, ғалимдарҙы – боҙҙоң үҙе. Ул боҙ дәүеренән һаҡланып ҡалған. Шуға күрә Рәсәй ғалимдарын ошо боҙҙоң составы, уның аҫтында һаҡланған микробтар төрө ҡыҙыҡһындыра. Әгәр ул артабан да яйлап иреһә, боҙ дәүеренән һаҡланған, әлеге мәлдә йоҡоға талған микробтар уяныуы ихтимал. Әгәр был хәл була ҡалһа, уларҙың кешегә зыян килтереүе лә бар икән. Бындай хәлдәр Рәсәй, донъя кимәлендә булғылаған һәм миҫалдар етерлек.
Һауа температураһы бер-ике градусҡа күтәрелһә лә, мәмерйә “илай” башлай. Боҙ еүешләнә һәм ғәжәйеп сталактиттар, сталагмиттар, сталагнаттар ирей. Һөҙөмтәлә төшөп ярыла ла юҡҡа сыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, донъя кимәлендә һауа температураһының күтәрелеүе һәм мәмерйәгә бер туҡтауһыҙ ағылған туристарҙың “эшмәкәрлеге” ундағы микроклиматҡа ҙур йоғонто яһаған. Бынан биш йыл самаһы элек йәй мәмерйәләге уртаса температура дүрт градус һалҡын булһа, бөгөн ул 0 градус самаһы ғына. Ошо температураны һаҡлау, боҙ һындар артабан иремәһен өсөн, мәмерйәгә инеү графигын төҙөгәндәр. Ул ғилми яҡтан нигеҙләнгән.
Бынан тыш, тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлау буйынса былтыр Башҡортостан Хөкүмәте регламент ҡабул итте. Туристарға билдәләнгән көндә, билдәле бер ваҡытта йөрөү тәртибе булдырыла: мәмерйәгә көнөнә 80 кеше инә ала. Ун кешенән торған бер төркөм егерме минутҡа мәмерйәгә төшә. Унан һуң 50 минутҡа ябыла. Туристар өсөн булдырылған уңайлыҡтарҙың береһе – яҡтыртыу ҡоролмалары ла автоматик рәүештә һүнә, мәмерйә ҡараңғылыҡҡа күмелә. Ошо тәртип теүәл үтәлгәндә генә, боҙ һындарҙы һаҡлап ҡалыуға өмөт бар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәмерйә һаҡланмаған осорҙа, “ҡырағай” туристар боҙ һындар менән фотоға төшөп, уларға менеп, ҡайһы саҡта ҡыйратып, мәмерйәгә ҙур зыян килтергән. Ошо ҡырағайлыҡтың эҙемтәләрен бөгөн дә юйып булмай. Йәнә лә бер күңелһеҙ факт тураһында әйтеп китмәй булдыра алмайым. Эргә-тирәләге ауылдарҙа йәшәгән ҡайһы берәүҙәр үҙҙәрен бигерәк йәмһеҙ тота. Беҙҙең алда ғына ике машина булып тейәлеп килеп ғауға ҡуптарҙылар: “Беҙ бында ғүмер буйы йәшәнек һәм ҡасан теләйбеҙ, шул ваҡытта мәмерйәгә килеп өйрәнгәнбеҙ. Был – беҙҙең ер, һәм ваҡыт буйынса, аҡса түләп индертергә ни хоҡуғығыҙ бар!”
Аҫҡын боҙ мәмерйәһе Көньяҡ Уралдағы башҡа мәмерйәләрҙән иң ҙур боҙ майҙаны һәм боҙ сталагмиттары менән айырылып тора. Мәмерйә Архангел районының Аҫҡын ауылынан өс километр алыҫлыҡта Бәләкәй Аҫҡын йылғаһының үрендә, йылға тамағынан 70 метр бейеклектә, Олотауҙың көнсығыш битләүендә урынлашҡан.
Мәмерйәгә инеү урыны бейек эзбиз ҡаяның биш метр тәрәнлегендә 15 метр киңлегендәге соҡоронда урынлашҡан. Аҫҡа табан 20 метр оҙонлоғондағы боҙло шырғалаҡ – ауышлыҡ алып төшә.
Мәмерйәнең оҙонлоғо — 104 метр, киңлеге — 40-60 метр һәм 12-26 метр бейеклегендә көмбәҙ түбәле залы бар. Иҙәне боронғо боҙ ҡатламы менән ҡапланған. Бында йыл һайын 7-10 эре һәм хисапһыҙ ваҡ боҙ сталагмиттары үҫеп сыға. Мәмерйәлә ҡайтауаз яңғырап тора.
Бөгөнгө ысынбарлыҡ шул: тәбиғәт ҡомартҡыларына иғтибар һәм ихтирам етмәй. Мәҫәлән, тәбиғәт паркы “Асылыкүл”гә халыҡ күпләп ағыла. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем ул туристарҙы йәлеп итеп торған урын. Әммә тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре, ял итеүселәр артынан йәй буйы сүп-сар йыйып, зар-интизар була. Әлбиттә, Ҡандракүлдә лә шул уҡ хәл, әммә бындағы биләмә ярайһы уҡ йыһазландырылған. Шуға ла был проблема әллә ни күҙгә ташланып бармай.
Архангел районының Абҙан ауылы эргәһендәге Шарлама шарлауығы эргәһендә лә сүп-сар өйөмдәре барлыҡҡа килеүе тураһында йыш һөйләйҙәр, әммә ял көндәренән һуң туристар артынан ҡалған өйөм-өйөм сүпте әле һаман Абҙан ауылы советы үҙ көсө менән йыя һәм сығара. Ҡыҙғаныс, әммә был хәл Аҫҡын мәмерйәһе өсөн дә сит түгел. Шулай ҙа, әгәр биләмә тейешле кимәлдә йыһазландырылһа, туристар өсөн уңайлыҡтар булдырылһа, ул икенсе һулыш ала һәм килгән ҡунаҡтар ҙа уға һаҡсыл ҡарай башлай. Тәбиғәт ҡомартҡыһы эргәһендә үткән тантаналы сара — быға асыҡ миҫал.
Рус география йәмғиәте башланғысы менән Аҫҡын боҙ мәмерйәһенә илткән юлда урынлашҡан шишмә төҙөкләндерелде. Уны асыу тантанаһында рәсми вәкилдәр ҙә, ауыл халҡы ла, туристар ҙа ҡатнашты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге шишмә ташландыҡ хәлдә булған. Тау аҫтында урынлашҡас, өҫтән таш, ҡом төшөп, уның инешен дә яба башлаған. Әгәр шишмәнең инешен таҙартып, нығытып ҡуймағанда, тиҙҙән уға ҡороу ҡурҡынысы ла янай башлар ине.
Шишмә сығанағы биләмәһе тәртипкә килтерелгәндән һуң, был урындан халыҡ та өҙөлмәй. Эргә-тирә ауылдарҙан эсер өсөн һыу алырға тип килеүселәр бихисап. Шишмә Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан буйынса филиалының “100 шишмә” тип аталған махсус программаһына ярашлы төҙөкләндерелгән. Тейешле сумма берҙәм көс ярҙамында тупланған.
Тау аҫтынан бер юлы ике шишмә урғылып сыға. Уларҙың икеһендә лә һыуҙың тәме төрлө. Береһе тоҙлораҡ, икенсеһе әскелтем тәмдә булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ уның шифалылығын, төрлө микроэлементтарға бай булыуын билдәләй.
Аҫҡын боҙ мәмерйәһе туристарҙы йыл әйләнәһенә көтә. Ҡышҡыһын, боҙ һындар күбәйгән саҡта, ул айырыуса матур икән. Ғөмүмән, үҙ еребеҙҙәге матурлыҡты барып күреү онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырыр. Маршрутты 5 йәштән ҙурыраҡ балалар менән дә үтеү әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмаясаҡ. Бары тик алдан яҙылып, һеҙҙе көткән ваҡытҡа барып етеү генә шарт!