Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
10 Август 2019, 12:48

Оһо, сельдь короле!

5 августа Приморье крайының Рейд Паллад ҡултығында пляжда ял итеүселәр 2,5 метр оҙонлоҡтағы балыҡты шәйләп ҡала.

5 августа Приморье крайының Рейд Паллад ҡултығында пляжда ял итеүселәр 2,5 метр оҙонлоҡтағы балыҡты шәйләп ҡала.
Уны тотоп алалар һәм кире һыуға ебәрәләр, балыҡ йөҙөп китә. Баҡтиһәң, был сельдь короле тигән балыҡ икән, уны ҡайыш-балыҡ тип тә йөрөтәләр. Оҙонлоғо 5,5 метрға етеүе ихтимал, 17 метрға еткән осрағы ла теркәлгән. Кешегә зыяны юҡ.


Рәсәйҙә был балыҡ тәүгә осрай, башлыса ул Тымыҡ, Һинд, Атлантик океандарҙа, 500-700 метрлыҡ тәрәндә генә була, тип билдәләй Рәсәй Фәндәр академияһының Тымыҡ океан институтынан Владимир Раков. Ғалимдар Рәсәйҙә сельд короленең килеп сығыуын аномаль күренеш тип иҫәпләй. Уларҙы ауларға түгел, ә һаҡлау мөһимлеген иҫкәртә.


Фото: Газета.ru/А.Судорина.
Читайте нас: