Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
21 Август 2019, 10:31

“Үлем һуҡмағы” ниңә үҙенә тарта?

Биш изге тауҙың береһе тураһында халыҡта “әгәр уға менгәнһең икән, башҡа тауҙарға ынтылмаһаң да була” тигән әйтем йөрөй. Һүҙ ниндәй түбә тураһында бара һуң?

idntimes.com
idntimes.com
Биш изге тауҙың береһе тураһында халыҡта “әгәр уға менгәнһең икән, башҡа тауҙарға ынтылмаһаң да була” тигән әйтем йөрөй. Һүҙ ниндәй түбә тураһында бара һуң?
Ҡытайҙағы Шэньси провинцияһындағы Циньлин һыртына ҡараған Хуашань тауы хаҡында. Биш тау төркөмөнөң көнбайышында урынлашҡан был ерҙә донъялағы иң хәүефле йәйәүлеләр һуҡмағы бар.
Бында һәр ваҡыт туристар күп. Тау түбәһенә ике юл менән күтәрелергә мөмкин. Береһе – 20 доллар торған канат юл. Икенсеһе – баҫҡыстар буйлап йәйәү менеү. Был саҡта инде 6-8 сәғәт китәсәк. Ошонда уҡ ҡурҡыныс һуҡмаҡтан үтергә лә була. Ул диңгеҙ кимәленән 2160 метр бейеклектә тар ғына ағас таҡталарҙан һалынған. Хәҙер таш стеналарға ҙур сылбырҙар нығытылған – был сит ил туристары өсөн эшләнгән. Ә элек тау башындағы ҡорамға барыр өсөн монахтар һәм ғибәҙәт ҡылыусылар бер нәмәгә лә тотонмайынса ошо таҡталарҙан үтеп йөрөгән.
Сағыу тәьҫораттар көҫәгән туристарға иһә тәүҙә сират торорға, шунан әйберҙәрен һаҡлауға ҡалдырырға, страховкалау арҡаны өсөн дүрт доллар түләргә тура килә. Шуныһы – уларға кире төшөп килгән туристар менән дә тар ғына юлда аймылышырға кәрәк әле...
Читайте нас: