“Башҡортостан” гәзитенең 71-се һанында ‘’Солоҡсолоҡ үҫеш юлдарын табырмы?’’ тигән мәҡәләм баҫылғас, төрлө тарафтан шылтыратыуҙар ҡабул иттем. Был мөһим теманы киңерәк яҡтыртыуҙы һоранылар. Белеүебеҙсә, урман-тау башҡорттарының борон-борондан төп шөғөл-кәсебе малсылыҡ, ҡортсолоҡ, һунарсылыҡ булған.
Тәбиғәт байлығы исрафлана
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәйҙә бер-бер артлы булып торған үҙгәртеп ҡороуҙар XX быуатта аҫаба халыҡҡа үҙенсә кәсепселек менән шөғөлләнергә юл ҡуймай. Мәҫәлән, Бөрйән районында 89 йыл элек 49609 гектарҙағы ҡурсаулыҡта, 1958 йылда 22531 гектарҙағы биләмәлә “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы барлыҡҡа килгәндән һуң да, бал еҫе бөркөлөп торған. Хозур тәбиғәтле майҙанда солоҡсолоҡ менән шөғөлләнеү ҡәтғи тыйылған.
“Ҡурсаулыҡ барлыҡҡа килгәс, атайымдың, олатайымдың егерменән артыҡ солоғон, ни бары биш һум ғына түләп (хәҙерге аҡса күләмендә иҫәпләгәндә – 350), ҡурсаулыҡ ҡарамағына тартып алдылар. Өҫтәмә кәсеп итеү мөмкинлеген юғалтҡас, ун кешенән торған ғаиләһен аҫрау өсөн ул алтмыш саҡрымдағы урман әҙерләү хужалығына эшкә урынлашып, дөйөм ятаҡта йәшәргә мәжбүр булды. Беҙ уны ун-ун биш тәүлеккә бер генә мунса инергә ҡайтып киткәнендә күрә инек. Рам ысулы менән кәсепселекте тергеҙергә маташып ҡараһа ла, тәрбиәләргә ваҡыты булмағас, был тармаҡта уңышҡа өлгәшә алманы. Шулай ҙа, эшсән, тырыш, әрһеҙ атай булараҡ, балаларын шифалы бал менән һыйлауҙан мәхрүм итмәне. Урман хужалығы министрлығына ҡараған биләмәлә йыуан ағастарға олатай-бабаларыбыҙ кеүек үк солоҡ уйҙы, ботаҡлы ағас баштарына түмәр умарталар эшләп ултыртып ҡуя торғайны... Ҡунғанын ҡарап тороп, көҙ балын алғандан һуң, дәдәнгә урынлаштырып, ҡорт ғаиләһе һандарын ишәйтергә тырышты’’, – тип әсенеп һөйләне телефондан Усман Ғәлиев.
Күреүебеҙсә, совет хөкүмәте, хосуси милекте юҡҡа сығарырға маташһа ла, айырым шәхестәр олатайҙар шөғөлөн дауам итеп, ғаиләһенең етеш көнкүрешен хәстәрләгән. Коллектив хужалыҡта тейешле сәғәтен эшләгәндән һуң, мөмкинлек тыуғанда халыҡ ҡулланыуы тауарҙарын етештереү менән дә мәшғүл булған эшһөйәрҙәр. Шуға күрә, ирҙәре менән донъя көтөү өсөн тир түккән ҡатын-ҡыҙҙар һуғыш тыуҙырған афәттәр алдында баҙап ҡалманы, дүрт-биш йыл дауамында барған ғәрәсәттә, балаларын асҡа үлтермәй, әжәл тырнағынан йолоп алып ҡалды. Өҙлөкһөҙ тир түгеү, тәбиғәтте дөрөҫ файҙалана белеү ҡотҡарҙы уларҙы фашистар тыуҙырған бәлә-ҡазанан. Уңған ҡатындар, етештереүҙә ирҙәр урынына алһыҙ-ялһыҙ эшләү менән бер рәттән, ҡармаҡлап балығын да тотто, йәнлектәргә тоҙаҡ ҡороп итен дә хәстәрләне, түмәр умарталарҙағы ҡорттарын тәрбиәләп, шифалы балдан да балаларына ауыҙ иттерҙе. Йәшәйеш күрһәтеүенсә, беҙҙең ил халҡы, ниндәй генә ҡоролош системаһы булмаһын, үҙ йүнен үҙе күреп, маҡсатлы йәшәргә тырыша.
“1986 йылдың 11 сентябрендә Милли парк ойошторолғанда, һунарсылыҡ белгесе булып эшләй инем, – тип һөйләй Таһир Иҫәнов. – Ошонан һуң, атайымдан мираҫ булып ҡалған утыҙлаған солоҡ ҡарағайы төбөнә яҡын юлатмағастар, артабан ауылда йәшәүҙең мөмкин түгеллеген аңлап, химия заводына эшкә урынлаштым, Мәләүезгә күсендем. Ҡалала йәшәп, мәлен һәм ваҡытын тура килтереп, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнергә мөмкинлегем булһа ла, ҡомартҡылар өсөн барып дәғүәләшкәнем юҡ. Ишетә-күрә йөрөйөм: минән тыш, башҡаларҙың да йөҙәрләгән мираҫ солоҡтары шул оло майҙанлы парк биләмәһендә файҙаланылмайынса, тәрбиәләнелмәйенсә әрәм булып һерәйешеп ултыра. Ҡайһы берәүҙәрҙең миңә лә, уға ла булмаһын тип эш итеүе арҡаһында күпме тәбиғәт байлығы исрафлана?! Тәбиғәтте ҡурсалайбыҙ тигән һылтау табып, олатай-бабайҙар кәсебенән йәш быуынды биҙҙерергә маташыу был. Милли кәсеп менән шөғөлләнеүгә аяҡ салғанға, бәғзеләр ғаиләләрен ҡалдырып, сит тарафтарҙа бил бөгөргә мәжбүр. Ә бит, төрлө ҡыҫымдар барлыҡҡа килтермәйенсә, эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә юлдар асһаң, беҙҙең республика биләмәһендә үҙеңде үҙең матди яҡтан тәьмин итеп йәшәрлек тәбиғи сығанаҡтар етәрлек. Мәҫәлән, милли парк һәм ҡурсаулыҡ биләмәһендәге олатай-бабайҙар мираҫы – солоҡтарҙы бөгөндән әүҙем йәштәргә тотҡарлыҡһыҙ файҙаланырға рөхсәт итәбеҙ икән, йөҙәрләгән йәштәребеҙгә мәшғүллек йүнәлеше бирҙек тигән һүҙ”.
Олатайҙар аманатын тотоп...
Был фараздың ысынбарлыҡҡа тура килеүенә, хужалыҡсан булырға ниәт иткән алдынғы ҡарашлы, фәнни нигеҙҙә мәғлүмәттәр биргән шәхестәрҙең интервьюһын иғтибарлап та инанырға мөмкин. Мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, беҙҙең төбәк бөгөн йылына биш-алты мең тонна бал етештереп, шуны ла һата алмай “мәж” килә. Тимәк, етештергәнде бушҡа ваҡыт сарыф итмәй, тотҡарлыҡһыҙ һатыу өсөн, юғары сортлы солоҡ балы әҙерләп, уны бренд кимәленә күтәреп, донъя баҙарында лайыҡлы урын яуларға кәрәк. Фәләнсә күләмдә бал етештереүҙе маҡсат итәбеҙ икән, шуның 25 проценты солоҡта һәм түмәр умарталарҙа етештерелеп, йәғни урмандағы төрлө сәскәләрҙән һәм йүкәнән әҙерләнергә тейеш, минеңсә. Шул сағында ғына донъя баҙары беҙҙең ҡулда буласаҡ! Ошо тәҡдимдәр тормошҡа ашмаҫлыҡ хыял түгел, сөнки, мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, солоҡсолоҡ менән Ер йөҙөндә борон-борондан фәҡәт башҡорт халҡы (һуңғы осорҙа поляктар ҙа ҡыҙыҡһынып, беҙҙән килеп өйрәнә башланы) шөғөлләнгән һәм әле кәсепте илке-һалҡы ғына дауам итә. Шул арҡала ғына ата-бабаларҙан мираҫ булып ҡалған, башҡорт тоҡомло, ҡышҡы һалҡындарға сыҙамлы ҡорттарҙы һаҡлай алған. Олатайҙар аманатын, боронғо ҡомартҡыларҙы айырым инициаторҙар бөгөнгәсә килтереп еткерә алған икән, уларҙың аҫабалыҡ хоҡуғы дауам ителергә тейеш! Йәғни бөгөнгөләр ҙә, киләсәк быуындың мәнфәғәтен хәстәрләп, йыуан ҡарағай, имән, саған, тирәктәрҙе һайлап, тейешле ҙурлыҡта солоҡ яһауға йәштәрҙе өйрәтергә бурыслы. Был әһәмиәтле эшмәкәрлеккә аяҡ салырға тейеш түгелдәр, сөнки тарихи мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, уйымдар барлыҡҡа килтереү үҫеп ултырған ағастың ғүмерен оҙайтҡанын дәлилләй.
“Көнәфиә олатайымдан мираҫ булып ҡалған солоҡто бөгөн дә файҙаланам, – тип һөйләй Мөхәммәт Ишмөхәмәтов, – Ул – беҙҙең нәҫел-нәсәптең 15-се быуын олатайы”. Һәр быуын йәшәйешенә 30 йыл биреп иҫәпләгәндә лә, 450 йыл килеп сыға, уйым уйырлыҡ йыуанлыҡҡа еткәнсә, ағас 150 йыл йәшәгән булһа, әле уға, тимәк, 600 йәш тирәһе. Тейешлеһен йәшәгән йәш ағастарға икешәр-өсәр солоҡ уйған хәлдә, уның үҫеш-йәшәйешенә зыян килмәгәнен иҫбатлай был. Ҡурсаулыҡ, милли парк биләмәләрен мәшһүр солоҡтар биҙәп тора. “Беҙҙе һеҙгә олатайҙарығыҙ мираҫ итеп ҡалдырҙы, файҙаланығыҙ, мәнфәғәтебеҙҙе күрегеҙ” тип әйткәндәй, моңайышып ултыра улар урман араһында. Әммә ошо тәбиғәт ҡомартҡылары бына инде тиҫтәләрсә йылдар дауамында йәнһеҙ. Үҙәккә ҡараған ҡурсаулыҡ биләмәһендә етәкселек ҡомартҡыларҙы йәнләндерергә маташып ҡарай ҙа ул, тик тырышлыҡ, тәжрибә етмәү арҡаһында, һиҙелерлек уңыштарға өлгәшә алмай әлегә. Мәҫәлән, “Тәбиғәт” журналының 2017 йылғы август һанында “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы директоры Михаил Косаревтың интервьюһын уҡып та инанырға була юғарыла яҙылғандарға. Ҡурсаулыҡта, шулай уҡ шәхси секторҙа солоҡ ҡортоноң 20 проценты ғына арыу ҡышланы, тиергә була. Яҙ еткәндә барлығы 11 бал ҡорто ғаиләһе ҡалған. Тимәк, ҡурсаулыҡта, 60 йыл дауамында 60-70 солоҡта ҡорт ғаиләһе тергеҙелгән, тәрбиә етешмәү сәбәпле, уларҙың 50-ләп самаһы харап булған.
Бының сәбәбе бер нисәү, тип аңлата биләмә хужаһы. Беренсенән, былтырғы йәй эҫе булғанға, бал ҡорттары бал йыйыуҙы иртә туҡтатҡан, үҫеп, ҡышлауға көс йыя алмаған. Икенсенән, оса алмаған ваҡыт ай ярымға һуҙылған, һөҙөмтәлә үҙҙәренә етәрлек аҙыҡ әҙерләй алмаған. Өсөнсөнән, айыуҙарҙың һөжүме күбәйгән. Күреүебеҙсә, ҡурсаулыҡтар урындағы халыҡтың кәсебенә ниндәйҙер кимәлдә аяҡ та сала. Кеше ғүмеренә ҡурҡыныс тыуҙырған, кәсепселеккә оло зыян килтергән айыу-ҡабандарҙың күпләп үрсеүе, бер яҡтан, дәртләнеп донъя көтә башлағандарҙың өмөт-хыялын һүндерә. Кешенең берҙән-бер һыйырын айыу ашаһа йә ҡорттарын туҙҙырһа, өмөт юҡҡа сыға, һөҙөмтәлә ул, ауыл ерендә матди яҡтан мандып китә алмаясағын аңлап, йә Себергә, йә ҡалаға юллана.
Дауылдан һуң төҙөлөшкә яраҡлы берәй йәш ҡарағайҙы һөйрәтеп алып ҡайтһа ла, оло штраф һағалай ауыл кешеһен. Мәғәнәһеҙ эҙәрлекләүҙәрҙән ҡурҡып, солоҡ уйырлыҡ йыуан ағасты билдәләһә лә, уйым яһарға баҙнат итә алмай. Олатайҙар мираҫына яҡын да юлатмағастар, был эшкә тотонһа, тикшеренеүҙәр башланасағын, штраф сәпәйәсәктәренән биҙрәп, сикләнеп йәшәргә мәжбүр ауыл кешеһе. Халыҡҡа иркен йәшәрлек шарттар тыуҙырылмау сәбәпле, ауылдар ҡороғандан-ҡорой бара шуға. Мәҫәлән, Бөрйән районын ғына миҫалға алайыҡ. Ғәлиәкбәр һәм Үрге Нөгөш ауылында йәшәгәндәрҙең кәртә артынан тигәндәй Нөгөш йылғаһы аръяғынан ҡурсаулыҡ биләмәһе башлана. Йыртҡыс ғүмерен кешенекенән юғары баһалап үрсеткәс, улар көҙ ауылға инеп тә мал-тыуарҙы ҡазалай. Ҡыҫҡаһы, меңәрләгән гектар майҙанды биләгән ҡурсаулыҡ һәм милли парк биләмәләрендә аҫаба халыҡтың хоҡуҡтары бик сикләнгән. Аҫраған малын йыртҡыс күҙе алдында өҙгөсләһә лә, асырғанып ҡарап торорға ғына мәжбүр, сөнки үлтерһә, йөҙҙәрсә мең һум штраф янай.
Республикала мөмкин булған барлыҡ ресурстарҙы киңерәк файҙаланып, яңы эш урындары булдырып, ауыл халҡының табышын арттыра барырға шарттар бар. Умартасылыҡты үҫтереү өсөн булдырылған махсус программа буйынса бүленәсәк 614 миллион һум аҡса, уңға-һулға туҙҙырылмай, фәҡәт эш ойошторорлоҡ лидерҙар ҡулына тотторола икән, зыялы ғалимдар фаразлаған күстәр һанын миллионға еткерерлек форсат бар. Ул саҡта ир-уҙамандар, тыуған ерен ҡалдырып, Себер тарафтарында ла, бәлки, ҡаңғырып йөрөүҙән арыныр ине...
Өҫтәүенә, һәр эшҡыуар үҙ хужалығында өс-дүрт кешене хеҙмәт урыны менән тәьмин итһә, эшсе көстө лә республика мәнфәғәтенә йүнәлтер инек. Малсылыҡ тармағына ла, ентекле эшмәкәрлек ойоштороп, бөгөнгөгә ҡарағанда ун мәртәбәгә артығыраҡ эшсе көстө йәлеп итеп була.
Тарихи мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, Бөрйән улысында ғына йылҡы һаны 1913 йылда 1985 йылдағына ҡарағанда дүрт мәртәбәгә күберәк булған. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, тәбиғи ресурстарҙы дөрөҫ файҙаланһаң, эшсе көстө ситтә йөрөтмәй, республикала ғына ҡулланырлыҡ, шул иҫәптән ауылдарҙы ла һаҡлап алып ҡалырлыҡ мөмкинлек бар, ти ауыл аҡһаҡалдары, халыҡ зыялылары.
Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, ти, халыҡ мәҡәле. Һаҡмар, Наҡаҫ, Ҡаҫмарт, Ағиҙел, Нөгөш, Оло һәм Кесе Эйек буйҙарындағы тирмәндән йыуаныраҡ тирәктәрҙең һәр береһенә солоҡ уйып та күстәр һанын арттырыуға өлөш индереп була, минеңсә. Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Ғафури райондарындағы ҡортсоларға ҡайҙа барып уны уйырға тип баш ватаһы түгел. 1950 – 1970 йылдарҙа ҡырҡылған бүлемдәрҙә орлоҡ бирергә тип ҡалдырған ҡарағайҙар күптән солоҡ юнырлыҡ кимәлгә етеп йыуанайған. Уларҙың исрафланыуына юл ҡуймаҫҡа ғына кәрәк.