Ҡырағай мөхит
2 Сентября 2019, 04:59

Банк башына оялаған ыласындар менән нимә булды?

Өфө ҡалаһындағы иң бейек бина "Уралсиб" банкы башында ыласындар оялап, бала сығарғанын яҙғайныҡ инде.

"Уралсиб" банкы"Уралсиб" банкы
"Уралсиб" банкы
Өфө ҡалаһындағы иң бейек бина "Уралсиб" банкы башында ыласындар оялап, бала сығарғанын яҙғайныҡ инде.
Хәҙер ҡошсоҡтар үҫеп етеп, 25 июндән бирле ҡала буйлап осоп йөрөй. Тәүҙә инә ыласын дүрт йомортҡа баҫҡан булған, тик ҡошсоҡтарҙың икәүһе генә иҫән ҡалған. Йола буйынса, орнитологтар уларға исемде табылған урынына бәйләп ҡуша. Ике инә ҡошсоҡ Уралочка һәм Себер ҡушаматын алған, уларҙың тәпәйенә балдаҡ кейҙерелгән.
Ыласындар, ғәҙәттә, оя ҡорор өсөн бейек йорттарҙы һайлай. Яҡында һыу ятҡылығы ла булырға тейеш. Әммә тотороҡһоҙ һауа торошо ҡошсоҡтарҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Был юлы ла дүртәүҙән икәүе генә иҫән ҡала.
Бөгөн Өфөнө тағы ла ете ыласын пары үҙ иткән. Уларҙы орнитологтар даими күҙәтә.
Читайте нас