Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов хәбәр итеүенсә, Башҡортостан урман янғындарын һүндереү техникаһы һатып алыуға өҫтәмә рәүештә 34,5 миллион һум аҡса алды.
Ноябрь аҙағына тиклем 38 берәмек урман хужалығы һәм урман янғындарын һүндереү техникаһы, 71 берәмек ҡорамал һәм инвентарь килтереләсәк. Әле республикаға 29 берәмек махсус техника һәм 37 берәмек ҡорамал тапшырылған.
Урман ведомствоһы етәксеһе әйтеүенсә, техника паркын яңыртыу төбәктә урманды тергеҙеү саралары сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк.
Мәғлүм булыуынса, быйыл “йәшел ҡалҡан”дағы янғындарҙы һүндереү өсөн техника һатып алыуға Башҡортостанда 78,6 миллион һум аҡса йүнәлтелә.