Ҡырағай мөхит
9 Сентября 2019, 11:16

Алты кешенең дә ҡоласы етмәй!

Көньяҡ Урал – ҡарағас урмандарының төйәге. Баймаҡ районының 2-се лесозавод (халыҡ телендә – Бетерә) ауылында 700 йәшлек ҡарағас бар, йәше хатта унан да ҡартыраҡ тигән фараз йәшәй.

Көньяҡ Урал – ҡарағас урмандарының төйәге. Баймаҡ районының 2-се лесозавод (халыҡ телендә – Бетерә) ауылында 700 йәшлек ҡарағас бар, йәше хатта унан да ҡартыраҡ тигән фараз йәшәй.
– Был урынға барыу еңел түгел, урман ташыған ҡеүәтле йөк машиналары ғына инә ала, – тип һөйләй ғүмерендә иҫәбе-һаны булмаған ағас ултыртҡан Сәғир Фәттәхов. – Тәүҙә үҙем генә ҡарағасты ҡосаҡлап ҡараным, килеп сыҡманы. Әйтерһең дә, стенаға яҡынлағанмын да ҡулдарҙы тирә-яҡҡа һуҙып торам. Унан өс кеше ҡулға-ҡул тотоношоп уны әйләндереп алмаҡсы иттек, барыбер ҡолас етмәне. Аҙаҡтан оҙон ҡуллы алты ауылдашым менән уны саҡ уратып алдыҡ.
Ҡарағастың бейеклеге – 30 метрҙан ашыу, йыуанлығы 6 метр тирәһе. Бетерәләрҙең уны күҙ ҡараһылай һаҡлауы шатландыра, күрергә кешеләр ситтән күп килә икән. Ҡыҙыҡ, туристарҙы йәлеп иткәндә ҡайһылай отошло буласаҡ.

Видео: Сәғир Фәттәхов
Читайте нас