Ҡырағай мөхит
18 Сентября 2019, 07:54

Иғтибар: КОНКУРС! “Баллы йүкә” бәйгеһен башлайбыҙ!

Урман генофондын һаҡлау маҡсатында Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы айырыуса ҡиммәтле ағастарҙы клонлаштырыу менән шөғөлләнә башлаясаҡ.

Урман генофондын һаҡлау маҡсатында Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы айырыуса ҡиммәтле ағастарҙы клонлаштырыу менән шөғөлләнә башлаясаҡ. Был сара һау ағастар генофондын һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк. Бынан тыш, клонлаштырылған ағастарҙың иммунитеты көслөрәк була, сирҙәргә бирешмәй, тиҙерәк үҫә.


Тәү сиратта был йүкә ағасына ҡағыла, сөнки ул Башҡортостан өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Респуб­ликабыҙҙың иң тәмле балы ла тап йүкәнеке бит. Шуға күрә “Башҡорт­остан” гәзите “Россельхозцентр” менән берлектә “Баллы йүкә” тип аталған конкурс иғлан итә.


Районығыҙҙа, ауылығыҙҙағы ерлеккә бәйле тарихи йүкә ағасын фотоға төшөрөп, беҙгә ебәрегеҙ, уның тарихын да яҙырға онот­мағыҙ. Бәлки, был ағасты ҡасан­дыр билдәле кеше ултыртҡандыр, йәки ул ҡайҙандыр ситтән алып ки­лен­гәндер. Иң ҡыҙыҡлы мәғлү­мәттәр “Башҡортостан” гәзитендә һәм Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы сайтында донъя күрәсәк.


Иң ҡыҙыҡлы ижади эштәр өсөн бүләктәр әҙерләнгән. Ә иң-иңе тип табылған йүкә ағасын үҙәк белгестәре клонлаштырасаҡ, һәм ул республика урмандарында үҫәсәк. Бәлки, тап һеҙҙең ауыл эргәһендә ултырған йүкә ағасы конкурста еңеүсе булып, артабан бөтөн республикаға таратылыр.


Конкурсҡа эштәрегеҙҙе хат менән беҙҙең редакцияға йәки bashkortostan.gazeta@mail.ru электрон почтаһына “Баллы йүкә” конкурсына тип билдәләп ебәрегеҙ. Бәйге киләһе йылдың яҙына тиклем дауам итәсәк. Еңеүсе бил­дәләнгәс, тап яҙ көнө белгестәр йүкәне клонлаштыра башлаясаҡ.


Әүҙемерәк булайыҡ, дуҫтар, һеҙҙән хаттар көтөп ҡалабыҙ!
Читайте нас