Палеонтологтар “Башҡортостан” милли паркы биләмәһендәге Сергеевка-1 палеолитик туҡталҡаһында боронғо ҡырағай йәнлектәрҙең ҡалдыҡтарын тапҡан. Анығыраҡ әйткәндә, оҙон йөнлө мөгөҙморондоң, бизондың, төньяҡ боланының, ҡырағай аттың теш һыныҡтарын, тип хәбәр итте Милли парктың матбуғат хеҙмәте.
Палеонтолог Дмитрий Ғимранов әйтеүенсә, боронғо әйберҙәрҙе – һунар, кәрәк-яраҡ ҡоралдарын, йәнлектәрҙең һөйәк ҡалдыҡтарын һыу һаҡлағыс кимәле түбән булғанда табырға мөмкин, ә һыу ташҡанда улар йыуылып төшә. “Ҡырағай йәнлектәрҙең ҡалдыҡтарын был биләмәлә йыл да табабыҙ. Улар таш быуат кешеһенең нисек йәшәүен, боронғо ерҙәрҙең фаунаһын күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә. Бөгөнгө табыштың йәше 16 мең йыллап бар”, – тип һөйләй ғалим.
Табылдыҡтар Үҫемлек һәм йәнлектәр экологияһы институтының музейына һаҡлауға тапшырылған.