Ҡырағай мөхит
24 Сентября 2019, 17:47

Йыҡҡан да ашамаған...

"Элек улайтмай торғайны" – Бикбулат халҡы урман хужаһының һуңғы осорҙағы ҡылыҡтарын аңламай.

Фото: "Башҡортостан ДТРК-һы".Фото: "Башҡортостан ДТРК-һы".
Фото: "Башҡортостан ДТРК-һы".
Күгәрсен районының Бикбулат ауылы кешеһе эргәләге урманда үле ат кәүҙәһен тапҡан.


Тикшерергә килгән ветеринария хеҙмәткәрҙәре меҫкен малды айыу йыҡҡанын асыҡлаған.

Урындағылар әйтеүенсә, был яҡтарҙа айыуҙар осраһа ла, электән үк малға тейгәне, былай яҡын килгәне булмаған.


Урман хужаһы атты йыҡҡан, тик ашамаған. Һунарсылар белдереүенсә, ул шулай малды әҙерәк тотоп, еҫләнгәнен көтөп йөрөй. Был айыу ҙа табышын һуңғараҡ ашайым тип ҡалдырған булғандыр...
Читайте нас