Интернетта инде нисә көн үҙенә йәлеп итерлек бер яҙма йөрөй ҙә йөрөй. Күпме ҡараһаң да, ялҡытмай ул.
Киреһенсә, урман хужаһының – Бөрйән айыуының оло юл буйына килеп сығып, берәүгә лә иғтибар итмәй, нимәлер еҫкәнеп йөрөүе ҡыҙыҡ та, һоҡланғыс та. Әллә ни ҙур булмауына ҡарап, уны ҡырмыҫҡа айыуылыр тип фараз ҡылырға мөмкин.
Уның зыяны юҡ, малға ла, кешегә лә теймәй, ти торғайны атайым. Әлбиттә, үҙенә теймәгән осраҡта. Шулай ҙа йыртҡыстың уйында ни булғанын ҡайҙан беләһең инде...