Ҡырағай мөхит
8 Октября 2019, 12:20

Ағас ҡырҡалармы? Фотоға төшөр!

Күҙ алдына килтерегеҙ: ҡайҙалыр китеп барғанда ағас ҡырҡҡандарын күрәһегеҙ, интерактив картаға ҡараһағыҙ – бында ағас ҡырҡыу эше барғанлығы күрһәтелмәгән! Тимәк, был уғрылыҡты фотоға төшөрөргә һәм мобиль ҡушымтала күрһәтелгән адресҡа ебәрәһе генә ҡала.

newsyandex.runewsyandex.ru
newsyandex.ru
Башҡортостандың урман хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Марат Шәрәфетдинов әйтеүенсә, тиҙҙән урманды файҙаланыуҙа йәмәғәт контролен булдырыу мәсьәләһе хәл ителәсәк. Бының өсөн мобиль ҡушымта булдырылып, уны смартфоныңа бушлай күсереп алыу мөмкинлеге тыуҙырыласаҡ.
Бер юлы урманды файҙаланыуҙың интерактив картаһы ла эшләнеп бөтөсәк. Күҙ алдына килтерегеҙ: ҡайҙалыр китеп барғанда ағас ҡырҡҡандарын күрәһегеҙ, интерактив картаға ҡараһағыҙ – бында ағас ҡырҡыу эше барғанлығы күрһәтелмәгән! Тимәк, был уғрылыҡты фотоға төшөрөргә һәм мобиль ҡушымтала күрһәтелгән адресҡа ебәрәһе генә ҡала.
Читайте нас