Хәҙерге тәбиғәт көйһөҙлөктәренә иҫ-аҡылың китер: донъяның бер мөйөшөндә көслө дауыл-ғәрәсәт сыҡһа, икенсе яғында туҡтауһыҙ ямғырҙар халыҡты яфалай, ә ҡайһы бер ерҙә хатта ҡоролоҡ. Шулай итеп, бөгөн планетала нимә барғанлығына хайран ҡалырлыҡ.
Элек йылға-күл буйҙарында ағастар күпләп үҫте, шишмә-инештәр кипмәне. Ҡап-ҡара болоттар килә лә шифалы ямғыр яуа торғайны. Далалар ҙа һыуһыҙлыҡтан йонсоманы. Шулай итеп, барыһы ла урынында ине. Бер кемдең дә улай тәбиғәт ғәрәсәттәре тип артыҡ көйөнгәне тойолманы.
Хәҙер тотош планетала йыл һайын – Бөйөк Британия майҙанылай, ә минутына 5 – 20 гектар майҙандағы урман киҫелә. Ағастарҙың күбеһен янғындар тәләфләй. Ауылыбыҙ аҡһаҡалы Вил ағай Нурғәлиевтең әйтеүенсә, Ер хатта пеләш башлы кешегә оҡшай башланы.
Ә һыу, белеүебеҙсә, ерҙә ағастар ярҙамында һаҡлана. Тимәк, урмандарҙы бөтөрһәк, үҫентеләрҙе ултыртмаһаҡ, шишмә-йылғалар ҡороясаҡ. Һөҙөмтәлә улар эргәһендәге биләмәләр юҡҡа сығасаҡ. Ә эҫе ҡояш ҡоро ерҙәрҙе ҡыҙҙыра. Ошондай дала-ҡырҙарға яҡынлашҡан болоттар ҙа, аҫта һыу сығанаҡтары булмағас, яуа алмай, кире китә йәки дым тарта алмай. Шулай итеп, ҡоролоҡ башлана.
Ә ниңә һыу баҫыу осраҡтары күбәйҙе һуң? Мәҫәлән, ҡар бик тиҙ ирей, йылғаларҙағы һыу шәп күтәрелә, шунан һыу баҫа. Урман булмаһа, һыу күпләп парға әйләнә һәм шулай уҡ тиҙ генә кире ямғыр булып яуа. Шулай итеп, планетаның йылыныуы йыһандың һыуыныуына тәьҫир итә. Шуға Ер өҫтөндә лә артыҡ һыуыҡ була. Ошо сәбәпле, бер көн эсендә айлыҡ норма күләмендә яуым-төшөмдөң яуыуы ихтимал. Борсаҡтың һибәләүе лә ошонан килеп сыға.
Ә ҡалын урмандар көслө елгә иҫергә ҡамасаулай, һаҙлыҡтар дым сығара. Элек бына ошо ямғыр болоттары күберәк ине. Бер төн эсендә ер һаҙлыҡтар һәм ҡуйы ағастар һөҙөмтәһендә дымлана, аҙаҡ тупраҡҡа томан булып төшә ине. Ағастарҙың күпләп ҡырҡылыуы иһә был тәбиғи процесты юҡҡа сығарҙы тиерлек. Ер ҙә ҡороп кибә башланы. Һөҙөмтәлә хәҙер елгә лә ҙур тиҙлек менән иҫергә бер кем дә ҡамасауламай. Ул климатты тағы һалҡынайтып, әллә күпме емеш-еләк үҫентеләрен, ҡыуаҡтарҙы һәләк итә.
Элек бындай хәлдәр һирәгерәк осрай ине, сөнки ошондай елдәр тәбиғәттә уңайлы микроклимат тыуҙырҙы. Хатта сатлама һыуыҡтарҙа ла урмандарҙа йылыраҡ булды. Ә йәйге селләлә бәләкәй генә шишмәләр ҙә кипмәне.
Хәҙер кешеләр, бигерәк тә ҡалаларҙа йәшәүселәр, саңлы, зарарлы, газлы, төтөнлө һауаны һулай. Йәшеллек күберәк булһа, халыҡ өсөн зыянлы матдәләрҙе лә ағастар йотор ине.
Урмандар – ер йәме ул. Ошо “ҡалҡан”һыҙ ҡалған планетала кешегә нимә эшләргә кәрәк? Баҡса, урман, аллея, парктарҙа миллионлаған ағасты ҡайҙалыр – елдән һаҡлаусы, ҡайҙалыр кипкән йылға-күл буйҙарында ҡалҡан булараҡ үҫтерергә мөмкин. Ә бөгөнгө ағастарҙы йығып ҡырҡырға ғына өйрәнгән кешегә быны эшләүе бик ауыр буласаҡ: күптәргә нимәнелер биреүгә, йәғни ултыртыуға ҡарағанда, алыу һәм йығыу еңелерәк. Шулай итеп, Ер шары, тимәк, үҙебеҙ өсөн үҙебеҙ һәм киләсәк быуын вәкилдәре өсөн изге эштәр ҡылырға мөмкин. Мәҫәлән, һәр ауылда ғашиҡтар өсөн баҡса, йәштәр өсөн аллея төҙөргә була. Туй көнөндә лә кәләш менән кейәү үҙҙәренең буласаҡ ғаиләһе өсөн ағас ултырта ала. Бынан тыш, беҙгә Бөйөк Еңеү килтергән һәм тыныс тормош бүләк иткән кешеләр иҫтәлегенә лә ағас ултырта алабыҙ.
Рәсәй Президентының тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеге, экология һәм транспорт мәсьәләләре буйынса махсус вәкиле Сергей Иванов урман хужалыҡтарынан “йәшел ҡалҡан”ды тергеҙеүҙе, йәғни күпме ағас киҫкәндәр, шунса ултыртыуҙарын талап итә. Өҫтәүенә ул автомобиль һәм тимер юлдар төҙөү өсөн ағас киҫкән компаниялар ҙа урманды ҡайтанан тергеҙеү буйынса эш алып барырға тейеш тип иҫәпләй. Был – бик матур тәҡдим! Ошолай эшләгәндә һәм уны контролдә тотҡанда, бик яҡшы булыр ине, әлбиттә.
...Мәктәптә уҡыған саҡта көҙ һәм яҙ көндәрендә беҙҙән ағас ултырттыра торғайнылар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер бына ошондай тәжрибә онотолған. Үрҙә әйтелгәндәргә ҡарағанда, тәбиғәт көйһөҙлөктәре кешенең эшмәкәрлегенә, был осраҡта уның тәбиғәткә зыян килтереүенә туранан-тура бәйле булып сыға, шуға күрә “Минән һуң донъяны хатта һыу баҫһын” тигән принцип менән йәшәргә ярамай. Аҡыл менән эш иткән кеше, барған хәл-ваҡиғаларҙы дөрөҫ баһалап, Мөхәммәт пәйғәмбәр кәңәше менән йәшәй башлар, моғайын. Ул: “Хатта иртәгә донъя бөтһә лә, ағас ултырт!” – тип әйткән бит.
Ағасты күп итеп, миллионлап төп ултыртһаң, Ерҙә һәм уның тирәһендә температура режимы кире ҡайтасаҡ. Әйткәндәй, беҙ ирем менән Себерҙән кедрҙар яҙҙыртып алдыҡ һәм уларҙы мәктәп уҡыусылары менән бергә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәйкәле эргәһенә ултырттыҡ. Шулай итеп, йөҙ кедр питомниктағы кеүек үҫһен әйҙә! Ә хыялыбыҙ – киләсәктә районыбыҙҙа кедрҙар аллеяһын булдырыу.