Ҡырағай мөхит
7 Октября 2019, 20:10

Һунарсылар нимә аулаясаҡ?

Быйыл һунар итеүгә рөхсәт һорап 8732 ғариза яҙылған. Ә нисә кешегә рөхсәт бирелгән икән?

Фото: hsn-ltd.ruФото: hsn-ltd.ru
Фото: hsn-ltd.ru
Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Илдар Яхин рәйеслегендәге комиссия мышы һәм ҡоралай аулауға квоталар уйнатты.
Быйыл һунар итеүгә рөхсәт һорап 8732 ғариза яҙылған: шуның 4729-ы мышыға, 4003-ө – ҡоралайға. Шулар араһынан 70 кешегә мышы, 156-һына ҡоралай атып алырға рөхсәт ителде, йәғни квота шул сама бүленде.
Отош онлайн тәртибендә үткәрелде һәм YouTube каналында күрһәтелде. Мышыға квоталарҙың күбеһе Белорет районына тура килә – 19. Ҡоралайҙы Мәсетле районында күберәк аулаясаҡтар: 58 йәнлек рөхсәт ителде, тип хәбәр итә Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе ағзаһы, журналист Рөстәм Сиражетдинов.
Читайте нас