Ҡырағай мөхит
7 Октября 2019, 19:45

Йылы көндәрҙә йыландар ҙа әүҙем

Айгөл исемле ҡатын Павловка һыуһаҡлағысы янындағы йортонда ағыулы йылан күреп ҡала һәм фотоға төшөрә һала...

Фото: ufa1.ruФото: ufa1.ru
Фото: ufa1.ru
Октябрҙең тәүге аҙнаһы йылы һәм ҡояшлы көндәр менән ҡыуандырҙы. Был кешеләргә генә түгел, төрлө йәнлектәргә лә оҡшай ахыры. Быға дәлил – Башҡортостанда йыландар әүҙемләшкән. Уларҙың да һуңғы йылы көндәр менән файҙаланып, ҡояшта ҡыҙынып алғылары киләлер.
Мәҫәлән, Айгөл исемле ҡатын Павловка һыуһаҡлағысы янындағы йортонда ағыулы йылан күреп ҡала һәм фотоға төшөрә һала. “Әл дә күреп ҡалдым, баҫһам бөттө баш булыр ине”, – ти ул. Ул – ҡара йылан булып сыҡҡан.
Ҡара йыланды был яҡтарҙа элек күргәндәре булмаған икән. Хатта яҙ һәм йәй көндәре лә улар сыҡмаған. Ә бына октябрҙә килеп сыҡһын әле! Бер яҡтан тәбиғәт мөғжизәһе, икенсе яҡтан ҙур хәүеф.
Шулай ҙа белгестәр йыландан бик ҡурҡмаҫҡа кәңәш итә. Улар үҙҙәре ҡурҡаҡ ҡыналар һәм күрәләтә кешегә ташланмаясаҡ. Башҡортостанда ҡара йыландың ике төрөнән башҡа, ағыулылары юҡ та. Әгәр ихатағы йылан килеп инһә, үлтермәгеҙ, ә оҙон таяҡ менән эләктереп алып, урамығыҙҙан сығарып ебәрегеҙгә тырышығыҙ.
Читайте нас