Ике ир яр буйында тыныс ҡына балыҡ тотоп ултырған. Бер саҡ уларҙың янына бәләкәс балаларын эйәртеп айыу килеп сыҡҡан һәм балыҡсыларға ташланған.
Был хәл Кунашир утрауында, Южно-Курильск район үҙәгенән бер нисә километр алыҫлыҡта булған. Ирҙәр, айыу һөжүменән саҡ ҡотолоп, ауыр яраланған килеш, машинаһына барып етә алған һәм шулай ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалған.
Бер балыҡсының хәле үтә ауыр, ул реанимацияла, икенсеһе иҫендә, йәрәхәттәрен дауалайҙар.