Әле беҙгә ҡыш килергә генә йыйынһа, алыҫ Ямал-Ненец автономлы округының Салехард ҡалаһы янында үткән аҙнала көндәр хатта минус 36 градусҡа тиклем һыуытҡан. Етмәһә, әле унда ҡараңғы көндәр тора. Ошондай шарттарҙа вахта ысулы менән эшкә йөрөгән яҡташтарыбыҙ алыҫ Себер яҡтарын үҙләштереүгә үҙ өлөшөн индерә, тәбиғәт ҡырыҫлыҡтарына ҡарамай, ғаиләһен етеш йәшәтеү маҡсаты менән эшкә юллана.
Белорет тарафтарынан барып, алыҫ Себерҙә эшләп йөрөүсе Алина Хәбиәхмәтова беҙгә ҡыҙыҡлы видеояҙма ебәрҙе.
– Салехардҡа дарыуға, аҙыҡ-түлеккә барғанда боландарҙың юлдан үткәнен 40 минут самаһы көтөп ултырҙыҡ. Алдан өс болан егелгән санала хант бара, ә уның артынан өс меңгә яҡын болан эйәргән. Үҙҙәре шундай матурҙар! Был көтөүҙе арттан тағы биш ҡаргиҙәрҙә көтөүселәр оҙатып килә. Етмәһә, артҡы ултырғыстарына эттәрен ултыртып алғандар. Боландар уҙған саҡта яҡында эшләгәндәр техниканы, машиналарҙы һүндерә, тауышланмайҙар. Ә көтөү үҙе, поезд үткәнен хәтерләтеп, тауышланып уҙа, – тип һөйләне был күренеште күҙәткән Алина.
Алина Хәбиәхмәтова фотоһы.