Ҡазаға тарыған меҫкен хайуан, кешеләрҙән ярҙам һорағандай, район үҙәге янындағы тауға менеп баҫҡан булған.
Башта урындағы халыҡ маралды бүреләр баҫтырып, яралаған тип уйлаған, әммә, һуңынан асыҡланыуынса, бүре тигәне эттәр булып сыҡҡан.
Был хаҡта Бөрйән районының “Таң” гәзитенең журналисы Таңһылыу Баһауетдинова бына нимә тип яҙҙы: “Район үҙәгендәге “Юлбарыҫ” ҡунаҡханаһы тапҡырындағы халыҡ телендә Шыланды тип йөрөтөлгән яланғас тау башында һәйкәл һымаҡ марал тора. Уны тирәләп ҡоҙғондар оса. Ул арала өҫтән бер бүре килеп маралдың башына ынтыла биреп кире китте. Күрәһең, бүреләр баҫтырып килеп, хайуанҡайҙы ҡаяға алып килеп ҡыҫырыҡлағандар инде. Хәҙер уның ҡаянан осҡанын көтәүелләүҙәре...”
Был яҙмаға халыҡ шунда уҡ үҙ фекерен белдерҙе, кешеләр нисек булһа ла хайуанды ҡотҡарыу сараһын күреү зарурлығын күтәрҙе. Күп тә үтмәй коллегабыҙ: “Маралды ҡотҡарҙылар! Ур-раааа! Һунарсылар урап барып етеп, марал янына менеп баҫтылар! Уның алғы аяғы ныҡ яраланған, ти” – тип яҙғас, күптәр еңел тын алды. Һунарсыларҙы күреү менән ҡорбанын уратып алған эттәр ҡасыу яғын ҡараған.
Тик шуныһы: бахыр хайуан бик ныҡ яраланған, алғы аяғының береһенә баҫа алмай. Ул әле булһа шул тауҙа ята. "Төнгөлөккә ҡалһа, ни булыр инде, белмәйбеҙ", - тип ҡайғыра бөрйәндәр.
Фотолар Бөрйән районының “Таң” гәзитенең “Бәйләнештәге” төркөмөнән алынды.