Ҡырағай мөхит
29 Ноября 2019, 09:55

Башҡортостанда “ҡар кешеһен” күргәндәр

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, билдәһеҙ йән эйәһен быйыл яҙ көнө Бөрө районы биләмәһендә күргәндәр. Яҙмала күренеүенсә, кешегә оҡшаш зат ялан буйлап китеп бара...

Халыҡ-ара гоминология үҙәге белгестәре Өфөгә килгән.
Уларға тарих фәндәре кандидаты, ошо үҙәктең директоры Игорь Бурцев етәкселек итә. Ғалимдар республикала “ҡар кешеһе” эҙен юллап йөрөй.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, билдәһеҙ йән эйәһен быйыл яҙ көнө Бөрө районы биләмәһендә күргәндәр. Яҙмала күренеүенсә, кешегә оҡшаш зат ялан буйлап китеп бара. Ғалимдар ошо хәлдең бар үҙенсәлектәрен тикшерәсәктәр, шаһиттар менән осрашасаҡтар.
Фото: mediametrics.ru
Читайте нас