Әле бынан бер нисә йыл элек үк Башҡортостан ғалимдары саң ҡаҡҡайны: республикабыҙҙың көньяғында көн күргән һирәк хайуандар – ташбаҡалар бөтөп бара. Беҙҙең төбәктә бик һирәк осраған ташбаҡалар Ҡыҙыл китапҡа индерелгән. Европала иһә улар, ғөмүмән, дәүләт тарафынан һаҡлана.
Белгестәр әйтеүенсә, республиканың һыу ятҡылыҡтарында был хайуандарҙың һаны ни бары бер нисә тиҫтәгә етә. Башҡортостандағыһының рәсми исеме – Emys orbicularis, йәғни һаҙлыҡ ташбаҡаһы. Элек улар йыш ҡына Баймаҡ, Хәйбулла райондарындағы күлдәрҙә осраған, Ейәнсура тарафтарында ла тап булғаны мәғлүм. Рәсми сығанаҡтар буйынса, йәнлек республиканың ете районында теркәлгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ташбаҡаны тәбиғәттә бөтөнләй осратып булмай тиерлек, хатта рептилияны өйрәнгән ғалимдар ҙа уны һүрәттәрҙән ҡарап ҡына тикшерә.
Ташбаҡаның билдәләренә килгәндә, ул 25 сантиметрға тиклем үҫә, күлдәрҙә, тын һыу ятҡылыҡтарында төйәкләнә. Һыуҙағы ваҡ хайуандар, емтек, бөжәктәр менән туҡлана. Һирәк кенә үлән ашай. Ҡояшта ҡыҙынырға ярата. Йомортҡаларын ярҙағы соҡорға һала. Ҡышты ташбаҡалар һыу ятҡылығының төбөндә үткәрә. Улар 30 йылға тиклем йәшәй, шул уҡ ваҡытта Европалағы йомшағыраҡ климатта был ваҡыт 80 йылға етеүе ихтимал.
Әйткәндәй, быйыл Салауат районынан яҡшы хәбәр килде: унда “Янғантау” геопаркында, Йүрүҙән буйында ташбаҡаны осратҡандар, быға тиклем Малаяҙ ауылы янында ла бығаса күрелмәгән хайуанға тап булғандары мәғлүм.
Ғалимдар был хәлде шунда уҡ иғтибарға алған, сөнки республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында быға тиклем бер ваҡытта ла ташбаҡа осрағанын хәтерләмәйҙәр.