Ҡырағай мөхит
21 Ғинуар 2020, 09:30

Мышыны кем төкөткән?

Йәнлек үлә, әммә күпмелер ваҡыттан уның емтеге ғәйеп була

Һуңғы ваҡытта аттарҙы, мышыларҙы төкөтөү осраҡтары йыш күҙәтелә. Күптән түгел Ишембай - Красноусол трассаһының Ғафури районы биләмәһе өлөшөндә юл аша сабып сығып барған мышыны төкөткәйнеләр.
Һөҙөмтәлә йәнлек фажиғә урынында йән бирә, ҡырҡ йәшлек пассажир ҡатын ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла.
Оҡшаш хәл йәкшәмбе көнө Салауат районында ла теркәлә. Кропачево – Мәсәғүт трассаһының Әлкә ауылына боролған урынында билдәһеҙ водитель юл аша сығып барған мышыны төрттөрә. Юл ваҡиғаһында кешеләр зыян күргәнме, юҡмы – билдәһеҙ.
Ғәҙәттән тыш хәл сәбәптәре асыҡлана.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тиҙлекте арттырмаҫҡа, юлдарҙа иғтибарлы булырға саҡыра.
Фото: “Салауат ерендә” гәзите сайтынан.
Читайте нас