Ҡырағай мөхит
28 Января 2020, 10:31

Һайра, һандуғас!

Хатта ҡыр сысҡандары, ҡомаҡтар, сиңерткә, күбәләктәр ҙә ҡайһыныһы ҡайҙа тын алырға ла ҡурҡып, йәшенеп кенә һандуғасты тыңлай.

Хатта ҡыр сысҡандары, ҡомаҡтар, сиңерткә, күбәләктәр ҙә ҡайһыныһы ҡайҙа тын алырға ла ҡурҡып, йәшенеп кенә һандуғасты тыңлай.


Шул саҡ ялбыр ҡойроғон болғай-болғай ҡыуаҡлыҡтар араһынан хәйләкәр һоро төлкө килеп сыға. Ул да һандуғастың һайрауын тыңлай башлай. Бер аҙ тыңлағас, ялбыр ҡойроҡтоң күңелен ҡара көнләшеү хисе биләп ала, ике күҙен ҡан баҫа, асырғаныуҙан шашыр сиккә етә:
– Ах, хәстрүш, эшем эйәһе! Ҡалай әле барыһын ауыҙына ҡаратып, әллә кем булып, һай­рап торған була! Үҙенә күрә түгел, байғош! – ти ул, нәф­рәтләнеп. – Бер сәйнәп ҡабыр­лыҡ ите юҡ, “өф” тиһәң, көҙгө япраҡ кеүек осоп китергә тора. Шул башы менән үҙен үҙе әллә кемгә ҡуйып, ирәйеп, һайрап торған була! Күп асыуыма тейһәң, ҡылайым әле ҡылыҡты! Төлкө ағаңдың кем икәнен танытайым әле мин һиңә! – шулай ти ҙә алдаҡ оҫтаһы, хәйлә тоҡсайы йылмаяҡ төлкө йәнлектәр эргәһенә килеп, ҡылйыуғысланып хәбәр һала: – Һәй, иҫегеҙ киткән иҫке сәкмәнгә, – тип көлгән була. Юханың теле телгә йоҡмай: “Беләһегеҙ бит, уның бит үҙ ғүмерендә урман хужаһы айыу ағанан бер маҡтау ҡағыҙы алғаны булманы. Барса урман йәнлектәренә башлыҡ булған бүре аға ла уның йырын ҡолағына ла элмәй. Ә һеҙ, мәхлүктәр, һушығыҙ ҡороп, шул меҫкен бахырҙы тыңлап тора­һығыҙ. Йә, ҡабатлап һорайым, түрәләребеҙҙән кемдең уны маҡтағаны булды? Ишеткәнегеҙ бармы? Ә һеҙ шул ҡойол­до­роҡто әллә кем итеп, һынығыҙ ҡатып, хөрәсәндең ихахай-михахайын тыңлап торған бу­лаһығыҙ. Кем етте шуны тыңлап, иҫәүәнләнеп торғансы, ана, ҡырҙа еләк бешкән, айыу ағайға еләк йыйып бирегеҙ. Бер файҙа булыр. Бүре ағай ҙа ошо арала берәй йәнлекте тотоп бирергә ҡушты. Йә, кемегеҙ бүрегә үҙен ҡорбан итергә әҙер? Юғиһә үҙем һайлап алам.
Төлкөнөң тауышы ҡырҡыу­лаша барҙы. Талапсан тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе: “Йә, нимә ҡарап ҡаттығыҙ? Таралышығыҙ!”

Төлкөнөң хәйләһе барып сыҡты. Янауҙан ҡурҡып, ҡот­тары осҡан урман йәнлектәре тиҙ-тиҙ генә таралышып, төр­лөһө-төрлө яҡҡа китеп барҙы.
“Был бер ҡатлы сүрәкә баштарҙы алдаштырыу ике тин – бер аҡса ла ул, ә бынау бер туҡтауһыҙ һайраған һанду­ғастың өнөн нисек тығырға?” – тип баш ватты төлкө. Мәкер эйәһе үрһәләнеп, ары һуғылды, бире һуғылды, ҡошсоҡто ҡыуып ебәрергә тырышып, тирәк тирәһендә үрле-ҡырлы һикерҙе. Үҙен үҙе юҡ итер сиккә етеп ҡәһәтләнгән төлкө тағы бер килке шул тирәлә өйөрөлдө-сөйөрөлдө лә ҡанатлы ҡошто бер ҡасан да еңә алмаҫын аңлап, башын эйеп, шырлыҡҡа инеп китте.
Ә тирәккә ҡунған һандуғас, уларҙың зыу-ғәләмәт килеүен, ығы-зығыһын ишетмәне лә, сыр-сыуын белмәне лә, күрмәне лә, ул һаман өҙҙөрөп һайрауын белде, һайрар өсөн уға бер ниндәй юғары исем дә, дәрәжә лә, маҡтау ҡағыҙы ла кәрәк­мәне. Уның бит донъяға әшкәр итер моңо күп. Ул тәбиғәткә, ҡыр-урманға, сылтыр шишмә­ләргә ғашиҡ. Ул йырында тыуған ҡырҙарын, мең йәшәр урманын, сәскәле туғайҙарын данлай, һандуғасҡа бары шул мәғлүм: уны Аллаһ һөйөп яралтҡан. Ошо илаһи моңдо уға Аллаһ үҙе биргән. Аллаһ биргән ҡиммәттәрҙе, иншаллаһ, матурҙарҙың матурлығын, аҡыллының аҡылын, йырсының илаһи моңон һис кем үҙенә тартып ала алмай.
Йәнә ерҙә үҙен хужа итеп хис иткән уҫал йәнлектәр ҙә, көнсөл төлкө лә осор ҡанаттары булған ҡошсоҡҡа һис бер зыян ҡыла алмай, һандуғас һис кемдең маҡтауына, һайлауына, данлауына мохтаж түгел. Маҡтау ҡағыҙҙарының да уға кәрәге юҡ. Ерҙе, күкте, айҙы, ҡояшты, ошо яҡты донъяны бар итеүсе Аллаһты данлап, маҡтап һайраһа, уға башҡа бер ни кәрәкмәй. Әйҙә, һайра, һандуғас! Һин бәхетле! Һин берәүҙән көнләшмәйһең, һис кемгә яуызлыҡ ҡылмайһың. Һин бит йырың менән донъяға йәм, йәшәүгә дәрт өҫтәйһең!

Читайте нас