Ҡаранйылға халҡы бесәнде ауылдан ун-ун биш саҡрым алыҫлыҡтағы тау араларында әҙерләй. Бер тауҙы төшәһең дә икенсеһенә артылаһың, унан йәнә өсөнсөһөнә. Шуға ла атаһы бөгөн Әмирҙе йоҡонан ғәҙәттәгенән алдараҡ уятты.
– Йәһәтерәк булайыҡ, ҡояш сығып, ҡыҙҙыра башламаҫ элек барып етергә кәрәк. Әтеү аттарға ҡыйынға төшөр.
Мәндем йылғаһын сығып, урман юлына инеүгә, улар ғәжәп күренешкә осраны. Ҡараһалар, Аҡбайҙары был яҡҡа ҡарай йән- фарман бер төлкөнө ҡыуып килә. Уларға етәрәк, табышын инде тотам тигәндә, әҙәм ышанмаҫлыҡ хәл булды. Төлкө кинәт кенә шып туҡтаны ла үҙе үк Аҡбайға ҡаршы ырғымаһынмы! Быны көтмәгән эт бер килке юғалып ҡалды хатта. Ә инде ул аҡылын йыйған арала төлкө ауышыраҡ ағасҡа ялп итеп менде лә китте.
– Үәт, кәми-и-т, – тине Сабир ағай, һуҙып. – Төлкөнө хәйләкәр тиһәләр ҙә, был тиклемен үк күргән юҡ ине. Ана, нисегерәк һемәйтте этте!
– Юҡҡа ғына бөтә әкиәттәрҙә зирәк, сос булараҡ һүрәтләнмәй икән, – тине Әмир.
– Шулай шул, – тине атаһы, уны хуплап. – Ул еҫте яҡшы һиҙә. Бер күргән нәмәне хәтерендә яҡшы ҡалдыра. Ҡолағы һиҙгер. Сысҡан сыйылдаған тауышты – йөҙ метрҙан, хатта ярты метр ҡалынлыҡтағы ҡар аҫтынан уның йөрөгән тауышын ишетә ала.
– Балалары нисәү була икән?
– Төлкө, ғәҙәттә, биш-алты бала килтерә. Унан күберәк булыуы ла мөмкин. Сабыйҙары һуҡыр һәм яланғас килеш тыуа, әммә бик тиҙ үҫә. Бер айҙа улар ишетә һәм күрә башлай. Ауырлыҡтары бер килограмға етә. Төлкөләр сабыйҙары өсөн йәнен бирергә әҙер. Әгәр берәйһе ояһын һиҙеп ҡалһа, шунда уҡ балаларын икенсе ергә күсерәләр. Бының өсөн алмаш оя әҙерләп ҡуялар.
– Атай, төлкөләр ҙә парлашып йәшәйме ул? – Әмиргә атаһы һөйләгәндәр ҡыҙыҡ ине.
– Эйе, улым, – тине Сабир ағай. – Ата төлкөләр – өлгөлө ғаилә башлыҡтары. Улар инә төлкөгә балаларын үҫтереүҙә ифрат ныҡ ярҙам итә. Балалары тыумаҫ элек үк улар тураһында хәстәрлек күрә башлай, ти. Ояһын йүнәтә. Ашарға алып ҡайта. Хатта инә төлкөнөң матур булып йөрөүен теләп, тиреһен таҙарта. Әгәр берәй бәхетһеҙлек булып, ата төлкө үлеп ҡалһа, башҡа буйҙаҡ ата ярҙамға килә һәм тәрбиәгә ала. Етем ҡалғандарға атай булыу өсөн ата төлкөләр хатта үҙ-ара һуғышып та китә, имеш.
– Ҡайһылай ҡыҙыҡ. – Әмирҙең был турала тәүгә ишетеүе. – Ә төлкө балаларын өйгә алып ҡайтһаң, ҡулға өйрәнерҙәр инеме икән?
– Төлкө балалары хәс тә эт, бесәй кеүек. Ҡулға тиҙ эйәләшә бит улар. Кеше биргән бөтә нәмәне яратып ашайҙар. Һөттө, төрлө аштар, бутҡаны ла һыпырып ҡына ҡуялар.
– Шулай шул, улым. Итте лә бик ярата улар. Улар үҙенең хужаһына эт балаһы кеүек өйрәнә. Уйнарға ярата. Эттәр, бесәйҙәр һәм башҡа йорт хайуандары менән тиҙ үк дуҫлашып ала ла улар менән пыр туҙып шаяра, ти. Ә бына ҡоштар менән һис кенә дуҫлаша алмай. Тауыҡ, ҡаҙ, өйрәкте күреп ҡалыуы була, унда аусы дәрте уяна.
– Төлкөләр күпме йәшәй икән?
– Тәбиғи шарттарҙа төлкө бик ҡыҫҡа ғүмерле. Хатта дүрт йәшкә еткәндәре лә һирәк осрай. Ә бына ҡулға эйәләшкәндәре 10 – 12 йыл йәшәй.
– Ҡыҙыҡ икән, – тип ҡуйҙы Әмир.
– Аҡыллы булғанға ла төлкө – бик сабыр йәнлек. Әйтәйек, туй яһарға йыйынған һуйырҙар янына ғәйәт оҫталыҡ менән хәйлә ҡороп килә. Ялан буйынан үтеп барғанда ғына туҡталған кеүек. Тегеләргә әйләнеп тә ҡарамай. Йәнәһе, уларҙың бер кәрәге юҡ. Ятып йоҡлап та алған була. Унан һуң тороп тағы арлы-бирле йөрөй. Һиҙҙермәйсә генә табышына яҡын килә. Ашыҡҡан ашҡа бешә, тиҙәр. Төлкө ашыҡмай. Күнекмәләргә ике-өс сәғәт ваҡытын йәлләмәй ул. Инде һуйырҙар уның был тирәлә уралыуына ғәҙәтләнеп бөткәс кенә ул ҡорбанына ташлана. Төлкө сысҡанды ла ярата. Көнөнә егермеләгән сысҡанды тотоп ашай...
Һөйләшеп килгәс ни, бесәнлеккә килеп еткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалғандар. Атаһы атын туғарып, тышап килеүгә, Әмир йәһәт кенә усаҡ ҡабыҙҙы, сәй ҡайнатырға ҡуйҙы. Тирә-яҡҡа тәмле еҫ таралды.