Ҡырағай мөхит
28 Января 2020, 10:26

Урал чупакабралары

Ҡайҙан килгән был йәнлек?

Испан теленән тура мәғәнәлә был исем “кәзә имеүсе” тип тәржемә ителә. Тарихы 1950 йылдарға барып бәйләнә: шул ваҡытта Пуэрто-Рико ҡалаһы янында ҡаны һурып эселгән үле кәзәләрҙе табалар. Һөжүм итеүсенең кемлеген асыҡлай алмағас, ферма хужаһы малҡайҙарҙы таныш булмаған йыртҡыс ҡырып сыҡҡан тигән уйҙырма-фараз сығара һәм, ул ваҡиға телевидениеға эләгеп, донъя буйлап таралып китә. 1990 йылдарҙа чупакабра ике аяҡлы йән эйәһе тип күрһәтелгән мультфильм образы барлыҡҡа килә. Ләкин иң башта ул дүрт аяҡлы йәнлек тип һанала: эт, шакал, бүре, койот һымаҡ. Бер ҡаҙанға ике тәкә башы һыймағас (донъя “ҡар кешеһе” менән һаташа башлай), дүрт тәпәйле образ был йыртҡысҡа кире әйләнеп ҡайта. Был мифик образды йәнләндереү өсөн журналистар ҙа күп көс һала: телевидение, интернет серле хайуан тураһында мәғлүмәттәрҙе ара-тирә күтәреп сығып тора. Ҡыҙыҡ та инде, кешелек донъяһында “ҡар кешеһе” тигән легендалар күпме йәшәй, әйҙә, хайуандар донъяһында ла ундай образ булһын!


Йәнлеккә бай еребеҙ


Башҡортостанда ла бындай билдәһеҙ хайуан тарафынан ҡырып сығылған мал тураһында хәбәрҙәр ишетелгеләй. Ҡан менән туҡланғас, был йәнлектең йыртҡыс булыуында шик юҡ. Ә беҙ үҙ тирәбеҙҙә көн иткән йыртҡыстарҙың ниндәйҙәрен беләбеҙ әле? “Айыу-бүре юҡ икән…” – тигән уйындан йырҙы барыһы ла белә. Тағы ла беҙҙә һеләүһен тигән ҡыр бесәйе йәшәй, уны һирәк кеше күргәне барҙыр – күҙгә күренеп йөрөмәй, бесәй бит, ни тиһәң дә… Янут тигән “ҡунаҡ” ҡыр эте лә шундайҙарҙан.
Һәм, әлбиттә, төлкөләр, беҙҙә улар өсәү: ерән төлкө, ҡарһаҡ, аҡ төлкө (песец). Ләкин былары йыртҡыс йәнлек булһа ла, ярайһы уҡ ҙур, күҙгә салынмай ҡалмаҫ ине. Һәр хәлдә, оҫта һунарсыларҙан ҡасып ҡотола алмай улар. Ә ҡайһылары “күҙгә күренмәҫ” йыртҡыстар һуң, нисек итеп улар шым ғына килеп кереп, кешеләргә шул тиклем зыян яһап китә? Мин беҙҙең тирәлә төйәкләгән бөтә йыртҡыстарҙы йыйып алдым да уларҙы исемлектән һыҙып ташлай барыу ысулы буйынса тикшереп киттем. Бер ыңғай улар менән осрашыу тарихтарын да хәтерҙә теркәп барҙым. Айыу, бүре, һеләүһен. Улар күрмәгән йыртҡыстар түгел, беҙҙең урман яғында йыш ҡына малға һөжүм итеп торалар, һунарсылар ҡулына ла эләгеүҙәре шунан.
Бер заман хатта бүреләргә ысын һуғыш иғлан ителеп, бүре башына бик ҙур премия вәғәҙә ителеп алды. Хәҙер бүрегә һунарсыларҙың ҡыҙыҡмауы һәм уларҙың үрсеп китеүенең сәбәбе – аҡсаһы бик әҙ булыуында, бүре һунары бөгөн аусыларҙы ҡыҙыҡтырмай. Һеләүһенгә килгәндә, ағайым уның тиреһенән тегелгән бүректе бына нисә йыл инде күптәрҙе көнләштереп кейеп йөрөй.
15 йыртҡыс йыйылғайны тәүге исемлектә. Ахыр сиктә “чупакабралар” алтау ҡалды. Хәйер, төрлө яҡтан ваҡ малға ташланыр өсөн төндө ҡарауыллаған алты йыртҡыс та әҙ түгел. Уларҙы таралыу йышлығы буйынса ҡарайыҡ.


Йәтсә


“Ҡырағай” тигән атаманы ла шартлыға әйләндереп, беҙҙең йорт тирәһендә үк йәшәп ятыусы йыртҡыс – йәтсә (ласка). Йәйен һоро, ҡышын аҡ тигән, ҡуян тураһындағы йомаҡ тап уға тап килә: был йәнлек ҡышын ап-аҡ була, ә йәйен иһә һоро төҫтә, түш яғы аҡ ҡала, тик ҡойроҡ осо ғына ҡара. Төндә аранға килеп, аттың ялын ойоштороп бутап китеүсе шул “чупакабраны” йәтсәгә япһара торғайнылар. Үҫә килә мин уның бәләкәй генә йыртҡыс икәнен белдем. Сәбәбе ябай икән: көндөҙ эшләп, тирләп ҡайтып ял итергә ҡуйылған атҡа һоло һалалар, ә һолоға сысҡандар килә. Ана шул ауыл йортоноң афәттәре – йәтсәнең ҡорбаны, имеш. Сысҡан аулай был “чупакабра”, бының өсөн мал арандарын төйәк итә, төрлө тишек-тошоҡтан сысҡан һымаҡ уҡ еңел үтә, ҡыш ҡар аҫтында йөрөй. Ниңәлер ауыл ерендә уларҙы ҡомаҡ халҡы түгел, ә аттың тире әүрәтә, тигән фараз бар, йәнәһе лә, улар ат янына тирен ялар өсөн эйәләй, тоҙ кәрәк.
Беҙ малай саҡта төрткө ауына йөрөй торғайныҡ. Был хаҡта минең “Көн башы һуҡмаҡтары” тигән китабымда бәйән ителгән. Ана шунда бер тапҡыр ер аҫтына төрткө сысҡанға ҡуйылған ҡапҡан менән бер дуҫым сәйер йәнлекте һөйрәп сығарҙы. Беҙ уның ни нәмә икәнен асыҡлай алманыҡ һәм өйгә алып ҡайтып киттек. “Йәтсә был, – тип аңлаттылар ауылда беҙгә. – Һеҙ аулаған төрткөнө ул да тота инде, шуға ла төшкән һеҙҙең сысҡан юлына…” Был хайуанды беҙ ҡыш ҡына күреп өйрәнгәс, ул гел аҡ булалыр, тип уйлай торғайныҡ, сөнки йәйен бит ат һарайҙа тормай. Аҙаҡтан дуҫым, уның тиреһен һыҙырып алып, киптереп, башҡа тиреләр менән бергә әҙерләүсегә тапшырып ҡараны, ләкин уға иҫтәлек итеп кенә һаҡларға һалып ҡуйырға ҡуштылар – йәйге тиренең ҡиммәте юҡ икән. Тиреһе төрткө сысҡандыҡы шайым, ус аяһындай ғына килеп сыҡты, ҡойроғо нәҙек һәм оҙон ине. Шул бәләкәс кенә, бесәй балаһылай йәнлектең үҙенән оло хайуандарға ташланып, ҡырып йөрөүе аптыратҡаны хәтеремдә. Әйткәндәй, беҙҙең өйҙә йәшәгән бесәй ҙә йыртҡыстар затынан, ул да сысҡандарҙы бик кинәнеп ашай, ас булһа, ҡуян йә тауыҡ та бик тәмле ризыҡ.


Икенсе чупакабра


Икенсе “чупакабра” менән осрашыу шул уҡ ваҡытта насип булды. Күрше малай картуф баҡсаһына ҡорған ҡапҡанға эләккән йәнлекте алдараҡ тотолған йәтсә тип әйтеп тә була ине, хатта беҙҙең өсөн “өлкән кеше” тип һаналған ағайым да ундай йән эйәһен күргәне юҡ икән. “Аҫ булырға тейеш, – тип аңлатма бирҙе дуҫтың әсәһе. – Берәй һунарсыға күрһәтеп ҡарағыҙ…”

Аҫ тигән кейектең урманда, ағас башында йәшәгәнен ишеткән бар ине, ә бында – ер аҫтында һәм картуф баҡсаһында…
Ләкин уҡытыусыбыҙ һәм яратҡан шөғөлө һунар булған ағай беҙгә ентекләп аңлатып бирҙе: аҫ тигән йыртҡыс (горностай) һунар тигәндә йәтсәнән дә уҙҙыра, кәүҙәгә лә ҙурыраҡ! Дөрөҫ, ҡорбан эҙләп ер аҫтынан йөрөмәй ул йөрөүен (сөнки ағас башын үҙ итә), ләкин ҡиәфәте менән ул йәтсә туғанынан айырылмай тиерлек. Төрткө сысҡан юлына ул, моғайын, ҡомарына бирелеп, ҡасып барған йәнлекте ҡыуып кереп киткәндер. Ә былай, ояһы ла ағас ҡыуышында, тик ҡайһы саҡта ғына кеше торлағы тирәһенә килеп сыҡҡылай, эләкһә иһә – тауыҡ та, өйрәк тә, ҡуяндар ҙа, урман ҡошо булған сел, йә эрерәк ҡор менән һуйыр ҙа унан ҡасып ҡотола алмаясаҡ!


Өсөнсөһө...


Өсөнсө йыртҡыс көҙән булып сыҡ­ты. Уныһын икенсе ағайым дуҫы менән һунарға сыҡҡан ваҡытта атып алып ҡайтҡайны. Икеһе ике яҡтан йө­нөн ялбыратып тотоп алғандар, ауылдан йыраҡ та йөрөмәгәндер – мылтыҡ тауышы бөтә үҙәнгә яңғырап киткәйне. Бесәнлектә ултырып тунанылар, шуға ул ҙур һымаҡ күренгәйне. Ә ул, баҡһаң, шундай уҡ бәләкәй ге­нә, әммә бик йылғыр һәм уҫал януар булып сыҡты. Үҫә килә генә мин уның хорь тигән “ау ульяһы” икәнен белә башланым, хатта өйҙә лә эт урынына аҫрайҙар икән. Кешеләр ситлектә аҫрағанын, Өфө урамында фотографтың затлы хорек менән фотоға төшөргә өгөтләп йөрөгәнен мин аҙаҡ, ҡалаға уҡырға килгәс күрҙем. Тик йәй көнө бөтә йәнлектәр ҙә баҡтаһын ҡоя, уларға йәйен һунар итмәйҙәр, ә ағайҙың йәй уртаһында уны атып алыуы ғәжәп ине.


Алтынға бәрәбәр булған


Кеш тип аталған тағы бер “чупакабра” менән миңә һуңғараҡ танышырға тура килде. Белорет заводының тимере бик сифатлы булып, нисәнселер йылда халыҡ-ара йәрминкәлә “Кеш тимере” тигән махсус келәймә һуғып сығарыу хоҡуғына лайыҡ булған икән. Белорет заводына барып, уның музейына кереп, келәймәле өлгөләрҙе күргәс, был йәнлек менән ҡыҙыҡһынып киттем. Баҡтиһәң, кеш (соболь) бөтә һунарсыларҙың хыялы, унан тегелгән бүрек иһә иң юғары кешеләрҙең генә кейеп йөрөгән баш кейеме булып сыҡты, ә тундар иһә – хыял ғына, ул борондан алтын урынына әйләнештә йөрөгән!..
Ләкин хәйләкәр, сос һәм уҫал был йәнлек башҡа туғандарынан һис тә айырылмаған, тиреһе генә аҫылыраҡ бер йән эйәһе икән. Беҙҙең урман­дарҙа ул ағас ҡыуыштарында йәшәй, ә төньяҡтараҡ айырым һунар объекты тип иғлан ителгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, миңә тере кеште күрергә лә, тотҡан кеше менән осрашырға ла насип булманы. Күптәр уның тиреһенән тегелгән бүректе генә күргәне барҙыр.
Ул баш ҡаланың гербында бар


Сираттағы мифик булмаған, беҙгә яҡшы таныш йәнлек – һыуһар. Беҙҙең яҡта уны һуҫар тип йөрөтәләр. Таныш тиеүем шунан – ул беҙҙең Өфөнөң гербында төшөрөлгән. Яҙыусы Камил Йыһаншиндың һыуһар тураһында “Маха” тигән повесы башҡортса ла, русса матбуғатта ла сыҡты, ул уҡыусыларға яҡшы таныш. Ул әҫәрҙә тотош ғаилә вәкилдәренең йәшәү рәүеше матур һүрәтләп бирелгән. Бер-береһенә ике тамсы һыуҙай оҡшаған бәләкәй генә йыртҡыс йәнлектәрҙең дөйөм исеме лә шунан: улар һыуһарҙар ғаиләһенә ҡарай (куньи), барлығы утыҙҙан ашыу йәнлек, бөтә Ер шарында таралған улар. Әйткәндәй, матбуғатта күренеп ҡалған төрлө имеш-мимешкә ҡара­ғанда, тап һуҫарҙың һөжүмен “чупакабра” ҡылығы тип атайҙар шикелле: ул ҡорбанының үңәсен генә тишеп ҡанын эсергә ярата, бер юлы күп эләкһәләр, уларҙы теҙеп һалып ҡуя. Ас булғандан түгел инде, ашамай бит ул, ә һунар ҡомары уянып, ҡыҙып китеүҙәндер…


Тауыҡтарҙы ҡырырға күп һорамай


Тағы ла ситтән тороп белеүсе­ләрҙең телендә гел йөрөгән, ләкин бик һирәк кеше күргән шәшкеләрҙе онотмайыҡ. Ирҙәр өсөн шәшке бүрек хөр тормош өлгөһө булһа, ҡатын ҡыҙ иһә шәшке тун тип үлеп китергә әҙер. Шуныһы ғәжәп: күпселек халыҡ был йәнлектәрҙе ниңәлер һыу йәнлеге тип уйлай. Һыуҙа үҙен балыҡтай уҡ тоймаһа ла (һыу сысҡаны – ондатра, ҡама – выдра һәм ҡондоҙ – бобр, мәҫәлән), башҡа нәҫелдәштәре һымаҡ, балыҡ ярата ул, ләкин барыбер урманда йәшәй. Шулай уҡ асығып китһә, ауыл яғына тартылып, тауыҡ-ҡаҙҙарҙы, ҡуян һәм өйрәктәрҙе тәмләп ҡарарға ла күп һорамаҫ. Мәҫәлән, былтыр Салауат районында күптәрҙе хафаға һалып тауыҡтарҙы ҡыра башлаған “чупакабра”ны тотҡас, ул шәшке булып сыҡҡан.
Шәшкенең беҙҙә ике төрө бар: Америка йә Европа тип аталғаны – шәшке тип кенә йөрөтөлә, йәғни русса исеме – норка. Ә колонок тип аталғаны башҡортса – һары шәшке. Рәссамдар уның ҡылынан яһалған бумаланы һүрәт төшөрөргә бик шәп булған өсөн ярата. Уларҙы хәҙер тәбиғәттә осратыуы ла ҡыйын, ләкин махсус фермаларҙа тиреһе өсөн үҫтерәләр, кешеләр өйҙә аҫрай. Һуҫарҙар ғаиләһендәге туғандарынан әллә ни айырылмай, ҡойроҡтары ғына күркәмерәк һәм оҙонораҡ. Төҫтәре лә төрлө-төрлө: шәшке ҡарараҡ, ә һарыһы – исеме шуға ҡушылғандыр – асыҡ һары төҫтә.


Ошондай чупакабралар бар


Бына, ниһайәт, осона сыҡтыҡ, шикелле. Ошолар инде беҙҙең Көньяҡ Урал ауылдарында төндә килеп, тауыҡтарҙы, ҡуяндарҙы йә тешенә килеп эләккән ваҡ малдарҙы быуып китеүселәр. Һуңғы йылдарҙа таралып киткән пропагандаға ярашлы, халыҡ улар һөжүмен “чупакабра” тигән мифик дошманға бәйләй ҙә ҡуя. Бөтәһе лә бер ғаиләнән, холоҡ-фиғелдәре лә оҡ­шаш, тышҡы ҡиәфәттәренә кил­гәндә – тик йыш осратҡан, яҡындан белгән аусылар ғына уларҙы бер-береһенән айыра аласаҡ. Ябай кеше өсөн бөтә ҡоштар ҙа турғай булған һымаҡ инде, ә улар беҙҙә өс йөҙҙән ашыу!
Ситлектәрҙә аҫралып, ферма­ларҙа төрлө гибридтар барлыҡҡа килтереп, йәйен-ҡышын тиреләренең төҫөн алмаштырып, төрлө урында ла хатта бер-береһенән шаҡтай айырылып йәшәгән һыуһар һымаҡтар ғаиләһе кейектәренең уртаҡ бер сифаты бар: улар – йыртҡыс. Сос, көслө һәм аяуһыҙ. Универсалдар ҙа: һыуҙа йөҙә, ағас башынан йөрөй, хатта ер һәм ҡар аҫтында ла тонсоҡмай хәрәкәт итә. Белешмәләрҙә был йәнлектәрҙең төп ризығы сысҡандар тип билдәләнә. Ләкин балыҡсылар, ҡыш улар уйған мәкегә килеп, балыҡ урлап йөрөгән көҙәнде киноға төшөрөп ҡуйғылай. Тимәк, кешенән ҡурҡмай улар. Мал аҫраусылар уларҙың тауыҡ һәм ҡуяндарҙы ҡырыуына зарлана. Тере ҡорбан тапмаһалар, улар үләкһә менән дә туҡлана, еләк-емештән дә баш тартмай. Ҡоштарҙы ла аулайҙар. Бүреләр, ҡырағайланған эттәр һымаҡ өйөргә тупланмай улар, яңғыҙаҡ ғүмер итәләр. Бесәй балаһылай ғына йәнлекте ҡара урман эсендә эҙләп табып ҡара һин. Кеште, мәҫәлән, алтындай ҡиммәтле тиреһе өсөн һунарсылар ҡышҡы эҙҙәре буйлап бер нисә көн эҙәрлекләйҙәр.
Бына ошондай “чупакабралар” йәшәп ята беҙҙең эргә-тирәлә. Бында беҙ әле бер ғаиләгә ҡараған, беҙҙең тирәлә йәшәгән иң бәләкәй йыртҡыс йәнлектәрҙең йышыраҡ телгә алынғандарын ғына барлап сыҡтыҡ. Күҙ алдына килтереү өсөн өйҙә аҫралған көҙән менән бесәйҙең фотоһына ҡарай алаһығыҙ. Тәбиғәттә улар ҡан дошмандар, хатта бер-береһе менән дә һыйышып йәшәй алмайҙар. Дөрөҫөн әйткәндә, күпкә бәләкәйерәк булһа ла, һыуһар һымаҡтар бесәйҙе еңел еңә. Күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын: үҙенән ике-өс тапҡырға ҙурыраҡ ҡуянды бесәй балаһылай көҙән күҙ асып йомғансы быуып һала!
Уйлап ҡараһаң, беҙҙең мөхит өсөн һөтимәр йәнлектәрҙән 15 төр йырт­ҡыс күп тә һымаҡ. Хайуандарҙы ал­ған­да, мышы, болан һәм ҡоралай ғы­на йәшәй, улары ла, артыҡ ҙур бул­ғас, күренеп баралар һәм тиҙ генә ҡырылырға торалар. Шуға ла уларға һунар сикләнгән, һәр йыл һайын иҫәпле генә күләмдә урман һыйыр­ҙарын атырға мөмкин. Ә йыртҡыс­тарҙың үҙенсәлеге шунда: улар айырым-айырым йәшәгәс, һәр кем үҙенең биләмәһен тамғалап сыға һәм береһенең сигенә икенсеһе кермәҫкә тырыша. Ареалдарын һаҡлар өсөн йыртҡыстарҙың һуғышсан тәбиғәте һәм ҡурҡыныс тештәре менән тырнаҡтары бар. Шул юл менән улар үҙҙәре тейешле кимәлдә һандарын тәьмин итеп тора, йылдар дауамында бер тирәлә йыртҡыс хайуандар күләме бер самала ҡала килә. Беҙҙең шарттарҙа йыртҡыс хайуандар өсөн иң оло хәүеф кешенең үҙенән килә, сөнки республика буйынса әлеге ваҡытта рәсми рәүештә 83 мең ҡорал теркәлгән тип иҫәпләнә, ә бит бик күп мылтыҡ ҡулдан-ҡулға ғына йөрөй, ул милицияла иҫәптә тормай һәм һунарҙа барыбер ҡулланыла. Әлбиттә, йыртҡыс йәнлек-кейекте береһе лә махсус атыр өсөн йыйынып сығып китмәй, уны күпселектә ҡапҡан, тәпе, тоҙаҡ һымаҡ яйланмалар менән аулайҙар, сөнки улар, ирекле йәшәгәс, бер ҡасан да һунарсы килерен көтөп ултырмай, күпселектә аусы менән осрашыуҙары осраҡлы килеп сыға. Ә бына үҙ биләмәһендә үҙен генә төп хужа һәм аусы тип һанаған йыртҡыстар ауға алдан разведкаһыҙ сыҡмай, шуға ла берәй ауылда, “чупакабра” килеп сыҡҡан, тигән хәбәр ишетелһә, ундағы йыртҡыс – биләмәнең хужаһы “планлы” рәүештә һунарға сыҡҡан тип ҡарарға кәрәк.

Читайте нас